Йәнтөйәк
+17 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
18 Сентября , 04:00

Башҡортостан ауылы 100 процент менән тауыш бирҙе

Асҡын районының Башҡортостан ауылы халҡы матур йоланы дауам итеп, бөгөн, 18 сентябрҙә, иртәнге сәғәт 8-ҙә Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы 916-сы һайлау участкаһына бергәләп килеп, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа ҡатнашты. Шуның менән 100 процент тауыш биреүҙе тәьмин итте.

Башҡортостан ауылы 100 процент менән тауыш бирҙеБашҡортостан ауылы 100 процент менән тауыш бирҙе
Башҡортостан ауылы 100 процент менән тауыш бирҙе


🎶Ауыл урамынан гармун моңдарына ҡушылып йырлап уҙып, барыһына ла иртә менән байрам кәйефе бүләк итеп, бөгөнгө мөһим сараға йән өрҙө.
🤝Бөгөн бәләкәй генә Башҡортостан ауылында туғыҙ йортта 21 кеше үҙ-ара дуҫ-татыу ғүмер итә. Уларҙың уңғанлығына, берҙәмлегенә, илһөйәрлегенә һоҡланмай мөмкин түгел. Бында һәр йортта гөрләтеп донъя көтәләр: мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт ҡарап, көҙөн матур итеп, бар тирә-яҡты шаулатып һуғым байрамдары һәм Ҡаҙ өмәләре үткәрәләр. 👍Тирә-яҡта ла дан тотҡан умартасылар ҙа бар.
Йәнтөйәге өсөн өҙөлөп торған был халыҡ төҙөкләндереү өмәләрендә лә дәррәү ҡатнашып, ауылдарын йәмләп тора. Бында мәҙәни, спорт һәм дини байрамдар ҙа ҙур әҙерлек менән, тирә-яҡтарҙан да ҡунаҡтар йыйып, шул тиклем йәнле, матур уҙа. Йәш быуын оло йәштәгеләргә ярҙам итеп, ихтирам күрһәтеп йәшәй.
“Айыҡ ауыл- 2025” конкурсының муниципаль этабында ла айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалап йәшәүсе Башҡортостан ауылы халҡы әүҙем ҡатнашып, беренсе урынды яуланы.
Бөгөн иртә менән беренселәрҙән булып илебеҙ өсөн мөһим сарала дәррәү ҡатнашыуҙары ла уларҙың ысын патриоттар булыуын иҫбатлай.👏
Афарин, башҡортостандар! 👍
Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас