Йәнтөйәк
+17 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
18 Сентября , 07:55

Һайлауға граждандар яуаплы ҡарарға тейеш

Һайлау барышының закон буйынса үтеүен тәьмин итеү мөһим.

Һайлауға граждандар яуаплы ҡарарға тейешҺайлауға граждандар яуаплы ҡарарға тейеш
Һайлауға граждандар яуаплы ҡарарға тейеш

Бөгөн иртәндән Өфөләге “Торатау” конгресс-холында 18, 19 һәм 20 сентябрҙә уҙған һайлау кампанияһы барышын яҡтыртыу буйынса “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәге эшен дауам итә. 

Унда спикер - Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһы адвокаты Роман Вячеславович Петров журналистарҙың һорауына яуап бирҙе. Ул һайлау кампанияһында бөтәһе лә закон буйынса булырға һәм һайлаусылар ҙа уға яуаплы ҡарарға тейеш тип белдерҙе.

– Һайлау барышының закон буйынса үтеүен тәьмин итеү мөһим. Һайлау ҡануниәтен боҙған өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Мәҫәлән, бюллетенде насар ниәттә боҙған кешеләр административ яуалылыҡҡа тарттырыла. Әгәр ҙә бюллетенде яңылыш боҙһағыҙ, ҡурҡынысы юҡ, һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итеп, уны алмаштырырға мөмкин. Шулай уҡ һайлау комиссияһы эшенә ҡамасаулаған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҙа ҡаралған. Граждандар үҙҙәренең һайлау хоҡуғы тураһында ғына түгел, ә уға яуаплы ҡарау тураһында ла онотмаһындар, – тине Роман Вячеславович.

 

Р. Мусина фотоһы.

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026

#ГолосМедиаСообществ2026

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас