

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар 2026 йылдың 18 – 20 сентябрендә үтә. Был турала указға ил Президенты Владимир Путин 16 июндә ҡул ҡуйҙы. Берҙәм тауыш биреү көнө айҙың өсөнсө йәкшәмбеһенә — 20 сентябргә тура килә.
Бер үк ваҡытта республикабыҙҙа 28-се Ҡыҙыл һайлау округы (Әбйәлил районы Һәм Баймаҡ районының бер өлөшө) буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау, Өфө ҡала советы, шулай уҡ ҡайһы бер райондар һәм ауыл биләмәләре депутаттарын һайлау үтә.
Дәүләт Думаһында бөтәһе 450 депутат. Уларҙы ҡатнаш пропорциональ-мажоритар система буйынса һайлайҙар: яртыһы – партия исемлектәре, яртыһы бер мандатлы округтар буйынса. Шуға күрә һайлауға килгән бөтә ил халҡы ике бюллетень аласаҡ.
Беренсеһендә – ун партиянан торған исемлек. Яҙын һәм йәйен партиялар съездар үткәрҙе, унда федераль һәм бер мандатлы округтар буйынса исемлектәргә кандидаттар күрһәтелде. Партия Дәүләт Думаһына үтһен өсөн федераль округ (бөтә Рәсәй территорияһы) буйынса һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың кәм тигәндә 5 проценты уның өсөн тауыш бирергә тейеш, ә мандаттар һаны алынған тауыштар һанына ҡарап билдәләнә.
Депутаттарҙың икенсе яртыһы бер мандатлы округтар буйынса һайлана. Илдең бөтә территорияһы 225 округҡа бүленгән, уларҙың һәр береһенән Дәүләт Думаһында бер депутат буласаҡ. Шуға күрә икенсе бюллетендә аныҡ фамилияларҙан торған исемлек буласаҡ. Республикабыҙҙа алты округ булдырылған һәм һәр береһендә алтынан һигеҙгә тиклем кандидат теркәлгән. Улар араһынан иң күп тауыш йыйғаны еңеүсе була.
Уҙған кампанияла Башҡортостандан Дәүләт Думаһына 14 депутат үтте: һигеҙе – партия исемлеге буйынса, алтауһы бер мандатлы һайлау округтарынан.
Урындағы һайлауҙар үткән ҡала һәм райондарҙа тауыш биреүселәр һәр кампанияға ҡағылышлы айырым бюллетендәр аласаҡ. Мәҫәлән, Өфө халҡына ҡала Советы депутаттары, шулай уҡ берҙәм ҡала округы (партия исемлеге өсөн) һәм бер мандатлы һайлау округтары буйынса тауыш бирергә тура киләсәк.
Тауыш биреү өс көн дауам итә: йома, шәмбе һәм йәкшәмбе урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем.
Тауыш биреү көнөнә 18 йәше тулған бөтә Рәсәй граждандары үҙенең һайлау хоҡуғын файҙалана ала. Был осраҡта уларҙың суд тарафынан эшкә яраҡһыҙ тип танылмауы һәм колонияларҙа ултырмауы шарт.
Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа партияның федераль исемлеге өсөн бөтә Рәсәй граждандары, бер мандатлы округтар буйынса кандидаттар өсөн ошо биләмәлә теркәлгәндәр генә тауыш бирә ала.
Әгәр һеҙ күптән түгел күсеп килһәгеҙ йәки элек һайлауға йөрөмәгән булһағыҙ, участкағыҙҙы түбәндәге алымдар ярҙамында белергә мөмкин:
- Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында «Һанлы сервистар» бүлегендә cikrf.ru/digital-services/;
- Дәүләт хеҙмәттәрендәге «Һайлауҙар» баннерына баҫып;
- 8-800-200-00-20 телефоны буйынса.
Бөтә теркәлгән кандидаттар буйынса мәғлүмәтте бер нисә ысул ярҙамында алырға мөмкин:
- ҡыҫҡаса мәғлүмәт – Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтының «Кандидаттар» бүлегендә;
- тулыраҡ мәғлүмәт – Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында: www.bashkortostan.izbirkom.ru («Һайлау-2026» баннерына баҫығыҙ);
- шулай уҡ һәр кандидат тураһында мәғлүмәтте тауыш биреү урындарындағы стендтарҙа табырға мөмкин.
Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа «Мобиль һайлаусы» механизмы эшләй. Һайлау көндәрендә өйөнән ситтә булған республика халҡы башҡа участкала тауыш бирә ала. Бының өсөн 14 сентябрҙән дә һуңға ҡалмайынса, ниндәй ҙә булһа һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итеп, күп функциялы үҙәк йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша ғариза бирергә кәрәк. Был хоҡуҡтан 20 меңдән ашыу кеше файҙаланған да инде.
Оло йәштәге хәлһеҙ кешеләр, инвалидтар, ауыр сирлеләр, уларҙы ҡараусылар йәки башҡа мөһим сәбәптәре булған граждандар өйҙә лә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эш көндәрендә мөрәжәғәт итергә кәрәк (20 сентябрҙең 14.00 сәғәтенә тиклем мөмкин). Закон яҙма йәки телефон аша ғариза ҡалдырырға рөхсәт итә. Тауыш биреү көндәрендә ғариза биреүсенең өйөнә күсмә тауыш биреү йәшниге менән комиссия ағзалары килә. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының «ҡыҙыу линия» телефоны: 8-800 347 54 54.
Юҡ, был кампанияла республикабыҙҙа интернет аша тауыш биреү булмаясаҡ.
Һәр участкала күҙәтеүселәр тәртип һәм законлылыҡты контролдә тотасаҡ. Республиканың Йәмәғәт палатаһы 13 меңгә яҡын күҙәтеүсе әҙерләгән, шул иҫәптә 3000-гә яҡын блогер бар. Улар участкала булған бөтә ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы тиҙ арала һөйләп бирергә әҙер.
Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре дүшәмбе, 21 сентябрҙә, иртәнсәк билдәле буласаҡ. Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙың дөйөм һөҙөмтәләрен Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы 5 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса билдәләргә һәм 11 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса рәсми рәүештә баҫтырырға тейеш.