Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
17 Сентября , 10:20

Һайлауға ҡағылышлы һорауҙар менән "ҡыҙыу линия"ға шылтырата алаһығыҙ

“Ҡыҙыу линия”ның эшләү ваҡыты тураһында тулыраҡ мәғлүмәт түбәндә...    

Добавить в предпочтительные источники Google
Һайлауға ҡағылышлы һорауҙар менән "ҡыҙыу линия"ға шылтырата алаһығыҙҺайлауға ҡағылышлы һорауҙар менән "ҡыҙыу линия"ға шылтырата алаһығыҙ
Һайлауға ҡағылышлы һорауҙар менән "ҡыҙыу линия"ға шылтырата алаһығыҙ

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһында һайлаусылар менән бәйләнеш өсөн ”ҡыҙыу линия” эшен дауам итә.

Шылтыратыуҙар бушлай телефон аша ҡабул ителә: 8 800 347-54-54.

Мәғлүмәт-белешмә үҙәге эшләй башлағандан алып һайлаусыларҙан 200-гә яҡын мөрәжәғәт килгән. Граждандарҙың һорауҙарына Башҡортостан Республикаһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, шулай уҡ Аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирә. Һайлаусылар йыш ҡына һайлау участкаларының адрестарын аныҡлау өсөн мөрәжәғәт итә, “Мобиль һайлаусы” механизмы менән ҡыҙыҡһына, һайлау ҡануниәтенең айырым положениеларын аңлатыуҙы һорай.

“Ҡыҙыу линия”ның эшләү ваҡыты: 

- эш көндәрендә: 10:00 сәғәттән 18: 00 сәғәткә тиклем;

- тауыш биреү көндәрендә (18, 19, 20 сентябрь) 08:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем;

- 21 һәм 22 сентябрҙә 10:00 сәғәттән 14:00 сәғәткә тиклем.

Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Автор:
Читайте нас