Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
17 Сентября , 03:55

Абруйлы уҡытыусы — көслө киләсәк

Педагог һөнәренең абруйын күтәреү комплекслы алып барылырға тейеш.    

Абруйлы уҡытыусы — көслө киләсәкАбруйлы уҡытыусы — көслө киләсәк
Абруйлы уҡытыусы — көслө киләсәк

Хәбәр итеүебеҙсә, быйыл Белем көнөндә Өфөнөң Глумилин-2 биҫтәһендәге 88-се мәктәптә 29 йәш уҡытыусы хеҙмәт юлын башланы. Улар үҙебеҙҙең республиканың педагогик уҡыу йорттарын тамамлаған. Ошо бер миҫал ғына ла йәштәр араһында уҡытыусы һөнәренең популяр булып ҡалыуы хаҡында һөйләй.

Әммә уларҙа мәғариф тармағына ҡарата ышаныс һаҡланырмы? Йәштәр мәктәптә ҡалһын өсөн нимә эшләргә? Башҡортостанда педагог һөнәренең абруйын күтәреү мәсьәләләре буйынса киңәйтелгән кәңәшмәлә ошо һәм башҡа һорауҙарға аныҡлыҡ индерелде, уҡытыусыларға төрлө яҡлы ярҙам алымдары тикшерелде.

Билдәле булыуынса, быйыл 20 июлдә Рәсәй Президенты "Уҡытыусыларға өҫтәмә ярҙам саралары тураһында"ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ педагогтарҙың абруйын күтәреүгә, уңышлы эшмәкәрлек өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Уға ярашлы, төбәк Башлығы Радий Хәбировтың "Башҡортостан Республикаһында педагог һөнәренең абруйын күтәреү тураһында"ғы Указы булдырылды.  

– Республикабыҙ мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәренә булышлыҡ ҡылыу йәһәтенән илдә лидерҙар рәтендә. Беҙҙең уҡыусылар Рәсәй конкурстарында тәүге урындарҙы яулай, Берҙәм дәүләт имтихандарынан юғары балл йыйғандар йылдан-йыл арта. Ошо һәм башҡа уңыштар өсөн тәү сиратта педагогтарыбыҙға рәхмәтлебеҙ, уларға бөтә яҡлап уңайлы шарттар тыуҙырырға, дәртләндереү сараларын арттырырға тейешбеҙ, – тине сығышында республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин. – Төбәгебеҙҙә, ғөмүмән, уҡытыусыларға һөҙөмтәле ярҙам саралары өҙлөкһөҙ күрһәтелә. Мәҫәлән, 2019 йылда уҙғарылған тәүге “Ҡанатлан!” белем биреү форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауылдарҙа эшләгән йәш педагогтар өсөн йыл һайын грант бүлә башлау ҡарары хаҡында әйткәйне. Уның күләме – 690 мең һум. Ошонан һуң ғына, 2020 йылда, федераль кимәлдә “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы булдырылды. Тимәк, республикабыҙҙағы яҡшы башланғыстар илдә танылыу алып, киң таратыла, уңышлы дауам итә.

Мәғариф министры әйтеүенсә, ете йыл эсендә ауылдарҙа эшләгән 675 йәш педагог ошо грантты алыуға өлгәшкән. Шулай уҡ бер мең уҡытыусы шифахана-курорт дауаланыуы үткән, бының өсөн уларға 56 мең һумға сертификат бирелгән. 2024 йылда мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәренә 500 мең һумлыҡ Башҡортостан Башлығы гранты бүленә башлаған. Был ярҙам сараһына әлегәсә 125 һөнәр эйәһе лайыҡ булған. Ауылда эшләгән мәктәп директорҙары өсөн дә 690 мең һумлыҡ грант ҡаралған, уны 50 етәксе алған. Шулай уҡ ауылда хеҙмәт күрһәткән уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған бер миллион һумлыҡ түләү бар. Уны әлегә ҡәҙәр 190 педагог алған (быйыл – 27 кеше).   

Урындағы үҙидара органдарына уҡытыусыларҙың балаларын мәктәпкәсә учреждениеларға тәү сиратта алырға кәңәш ителгән. Мәғариф министры шулай уҡ төбәктең белем биреү тармағы хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы дәүләт наградалары булдырыу тәҡдиме барлығы хаҡында әйтте. Улар – Башҡортостан Республикаһы Башлығы билдәһе йәки “Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн” миҙалы; “Педагогик дан” йәки “Йәш быуынды үҫтереүгә индергән өлөш өсөн” миҙалы.

Төбәктең мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов әйтеүенсә, Башҡортостан Башлығының Указына ярашлы, уҡытыусылар ай һайын бер тапҡыр республиканың дәүләт музейҙарына бушлай килә ала. Был учреждениеларҙың педагогтарҙы йәлеп итеү маҡсатындағы үҙ акциялары, ҡыҙыҡлы программалары ла бар. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина уҡытыусыларҙың сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Башҡортостанда мәғариф хеҙмәткәрҙәренең һаулығын нығытыу буйынса корпоратив программалар уңышлы тормошҡа ашырыла, төрлө проекттар эшләй, мотлаҡ диспансеризация ла – һөҙөмтәле алым.

Кәңәшмәлә республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова педагогтарҙың абруйын күтәреү, был һөнәрҙе популярлаштырыу буйынса гәзиттәрҙә, радиола, телевидениела ниндәй эштәр алып барылғаны, ниҙәр планлаштырылғаны хаҡында һөйләне. Шулай уҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын яҡлауҙы көсәйтеү, социаль булышлыҡ сараларын тағы ла киңәйтеү мөһимлеге билдәләнде. “Алға, Башҡортостан” уҡытыусы картаһы әҙерләнеүе тураһында ла хәбәр ителде.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас