Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
16 Сентября , 06:30

Яҙы миҙгелгә әҙерлек

Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов "А7 Агро" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡуртымға алынған ерҙәрен эшкәрткән «МТК-РАЛ-Башҡортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторҙары менән осрашты.

Яҙы миҙгелгә әҙерлекЯҙы миҙгелгә әҙерлек
Яҙы миҙгелгә әҙерлек

Бөгөнгә 500 гектар сәсеү әйләнешенә индерелгән. Тағы 4500 гектарҙы үҙләштереү бурысы тора. Әле  механизаторҙар ерҙе һөрөп, яҙғы сәсеүгә  әҙерләй.

Урында эш барышы, техниканың әҙерлеге һәм артабанғы пландар тикшерелде. Быйыл баҫыу эштәрен тупраҡтың артыҡ дымланыуы ҡатмарлаштыра, шуға күрә ваҡытты дөрөҫ һайлау һәм ер эшкәртеү технологияһын үтәү мөһим.

Асҡын районы ауыл хужалығын үҫтереү өсөн ҙур потенциалға эйә. Буш ятҡан ер фондында 10 мең гектар самаһы үҙләштерелмәгән ер бар.

Инвесторҙарҙы, аграрийҙарҙы һәм фермерҙарҙы хеҙмәттәшлеккә саҡырабыҙ. Район хакимиәте ер участкаларын һайлап алыуҙа һәм инвестиция проекттарын оҙатыуҙа ярҙам күрһәтергә әҙер.

Яҙы миҙгелгә әҙерлек
Яҙы миҙгелгә әҙерлек
Яҙы миҙгелгә әҙерлек
Яҙы миҙгелгә әҙерлек
Яҙы миҙгелгә әҙерлек
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас