

Билбау көрәше буйынса шәхси ярыштарҙа беҙҙең спортсылар бер юлы өс награда яуланы:
Азамат Ғәлиев ( 40 кг ауырлыҡ категорияһы) турнир чемпионы булды;
Искәндәр Ахунов (70 килограмдан ашыу) көмөш миҙал яуланы;
Йәмилә Усманова (36 кг) пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелә һәм бронза призер була.
Команда иҫәбе лә шатлыҡлы булды: Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы — 1-се, Краснодар крайы командаһы — 2-се, Ҡырым Республикаһы командаһы 3-сө урын яуланы.
Йәмилә, Искәндәр һәм Азаматтың еңеүҙәре миҙалдар ғына түгел, ә даими тырыш хеҙмәт, дисциплина һәм үҙ- үҙеңә ышаныу һөҙөмтәһе.
Балаларҙы һәм уларҙың остазы Фәрдүс Зөлфәт улын шундай яҡшы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ һәм яңы спорт бейеклектәрен теләйбеҙ!