Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
14 Сентября , 04:10

Сәләмәтлек көнө

Башҡорт  ауыл хужалығы һөнәрселек  колледжында «Сәләмәтлек көнө» — дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам һәм сәләмәт йәшәү рәүеше мөхитендә студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы берләштергән сағыу спорт сараһы үтте.

Сәләмәтлек көнөСәләмәтлек көнө
Сәләмәтлек көнө

Байрамды  физик культура уҡытыусыһы Радик Шәрифғәлиев һәм директорҙың  тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Флүзә  Сәлихова әҙерләп ойоштора. 

Ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән директорҙың уҡытыу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Владислав Хәйруллин мөрәжәғәт итә.  Ул йәштәргә энергиялы, маҡсатҡа ынтылышлы һәм уңышлы булырға ярҙам иткән физик әүҙемлектең, һаулыҡ тураһында хәстәрлектең һәм файҙалы ғәҙәттәрҙең формалашыуының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Уҡыу төркөмдәре кураторҙарының әүҙем ҡатнашыуы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Улар студенттарына ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә ысын команда лидерҙары булып, балаларҙы яңы ҡаҙаныштарға рухландыра. Уларҙың шәхси өлгөһө, энтузиазмы һәм ҡыҙыҡһыныуы байрам кәйефен  булдырыуға булышлыҡ итә.
Көн дауамында колледжда спорт дәрте, команда рухы һәм үҙ-ара ярҙам итеү хөкөм һөрә. Ҡатнашыусылар бер-береһенә  ярҙам итә, дөйөм уңыштарға шатлана. Һәр кем үҙен ҙур һәм татыу колледж ғаиләһенең бер өлөшө итеп тоя.
"Сәләмәтлек  көнө"  бөтә ҡатнашыусыларға дәрт, яҡшы кәйеф һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итә.

 

Сәләмәтлек көнө
Сәләмәтлек көнө
Сәләмәтлек көнө
Сәләмәтлек көнө
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас