

Фонд уға кәрәкле документтарҙы йыйыуҙа һәм рәсмиләштереүҙә, шулай уҡ проектты тормошҡа ашыра башлауҙа ярҙам күрһәтә. Үҙ эше өсөн Илнар Фәнил улы умартасылыҡты һайлай.
Был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу бала сағында уҡ барлыҡҡа килә: атаһы менән бергә ул бал ҡорттарын ҡарай, умартасылыҡ серҙәре менән таныша.
Хәҙер был мауығыуы тормоштоң яңы этабы өсөн нигеҙ булып тора. Умарталыҡ төҙөүгә Илнар яуаплы ҡарай һәм эш башларға әҙерләнә. Социаль контракт кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға һәм үҙ эшеңде үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк.
Илнар Фәнил улына яңы башланғыста уңыштар, бөтә планлаштырылған пландарын тормошҡа ашырыуҙа тотороҡло үҫеш теләйбеҙ!