

Уҙған аҙнала Липецк ҡалаһында V “Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсы үтте. Иң-иңдәр исеменә Рәсәйҙең 87 төбәгенән 85 уҡытыусы һәм 46 тәрбиәсе дәғүә итте. Башҡортостандан конкурста ике белгес - Өфө ҡалаһының Анатолий Хохлов исемендәге 10-сы мәғариф үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Хәсәнова һәм Хәйбулла районынан “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипова ҡатнашты. Һөҙөмтә беҙҙе бик ҡыуандырҙы: Альбина Шәрипова мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары уҡытыусылары араһында еңеп сыҡты.
Альбина Илдус ҡыҙының күп йыллыҡ хеҙмәте һәм профессионализмы республика кимәлендә билдәләнде. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исемен тапшырҙы.
– Хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ һәм танығанығыҙ өсөн рәхмәт. Республикабыҙҙы бөтә Рәсәй кимәлендә күрһәтеү минең өсөн ҙур хөрмәт булды. Туған телде үҫтереүҙең иң яҡшы тәжрибәләрен лайыҡлы күрһәтә алдым тип ышанам. Радий Фәрит улы, Башҡортостандың бөтә педагогик составы исеменән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн мөмкинлек булдырған өсөн рәхмәт! Был бик мөһим, – тине Альбина Илдус ҡыҙы.
Бүләкләү тантанаһынан һуң Радий Хәбиров балалар баҡсаларының белем биреү программаһына туған телдәрҙе өйрәнеүҙе индерергә ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итте. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, мәсьәлә ошо көндәрҙә үткән туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашыуҙа күтәрелгән.
– Беҙ яңыраҡ ҡына балалар баҡсаһында туған телдәрҙе өйрәнеүҙе башларға ҡарар иттек. Бөтәбеҙгә бергә ныҡлы уйларға һәм көтөлгән һөҙөмтәләрҙе аныҡ билдәләргә кәрәк, – тине ул.
"Башҡортостан" гәзитенең МАХ каналы: https://max.ru/gazetabashkortostan
Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2026-09-14/afarin-e-e-seg-layy-ly-ba-a-4811842