

Архангел районының үҙәк дауаханаһынан шәфҡәт туташы махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләге менән юлланған. “Башҡаларға ярҙам итеү, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу булмышым икәнен бәләкәйҙән аңлап үҫтем”, – ти.
Ул МХО-ға 2022 йылда уҡ барырға теләгән, әммә алмағандар. Былтыр ғына контракт төҙөгән. Быйыл ҡыҙы 10-сы класҡа барған, улы армиянан ҡайтҡан.
– Махсус хәрби операция биләмәһендә медицина ярҙамы һәр саҡ кәрәк, яугирҙәр менән МХО аҙағынаса бергә буласаҡмын, – ти шәфҡәт туташы. – Беҙ, медицина ротаһындағылар, һәр кем алдында оло яуаплылыҡ тойоп эшләйбеҙ. Гуманитар ярҙам даими килеп тора, яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт!
МХО биләмәһендә булыу, әлбиттә, мине үҙгәртте – һәр һүҙең, эшең өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәтте. Аралашҡандарым араһында хәҙер осраҡлылар юҡ. Ваҡытты, яҡын кешеләремде нығыраҡ баһаларға, ҡәҙерләргә өйрәндем. Ватаның яҡлауға мохтаж саҡта уның именлеге өсөн бергәләп күтәрелеү мөһим – ошо хәҡиҡәткә тағы бер ҡат инандым.
Сығанаҡ: “Архангельские вести”.