

Ғаилә башлығы Эдуард Ғиззәтуллин 20 йылдан ашыу Бөрө йылылыҡ селтәрендә водитель булып эшләй. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа, яҙғы бурандарҙа һәм көҙгө бысраҡтарҙа өйҙәргә йылылыҡ өләшеүҙә уның да өлөшө бар. Бар эшкә лә оҫта Эдуард Альберт улы бер минут та тик торорға яратмай, һәр саҡ нимәлер эшләй, төҙәтә, буш ваҡытында конструкторлау-йыйыу менән шөғөлләнә.
“Өйөбөҙҙә бер генә ватыҡ әйбер юҡ, нимәлер ватылһа, тиҙ генә эшләп ҡуя. Хатта мангал, беседка, эскәмйә кеүек кәрәк-яраҡтарҙы һатып алыуға ҡарағанда үҙе булдырыуҙы хуп күрә”, – ти ҡатыны Анна Леонидовна. Ғаилә башлығы шулай уҡ тарих менән ҡыҙыҡһына, музыка менән мауыға.
Анна Ғиззәтуллина (Черных) һөнәре буйынса физик-математик, иҡтисадсы. Декрет ялынан ул кешеләргә бәхет өләшеү, шатлыҡтары менән уртаҡлашыу маҡсатында “Кураж” байрамдар студияһын аса. Кескәйҙәр өсөн кисәләр үткәрә, туй-юбилейҙар алып бара, хәйриә эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Күл буйҙарын таҙартыумы, өмәгә сығыумы, хужаһыҙ ҡалған эт-бесәйҙәрҙе хәстәрләүме – былар барыһы ла изге күңелле ханымды битараф ҡалдырмай. Теләк кенә булһын!
Ғаиләлә Есения менән Мирон үҫә. Улар белемгә һәм сәнғәткә ғашиҡ. Бөрө Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнәләр, йыш ҡына фәнни конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа призер булалар. Есения һүрәт төшөрөргә ярата, дөрөҫ туҡланыу яҡлы, иртән тороп йүгереүҙе үҙ итә. Ул – ГТО-ның алтын билдәһе эйәһе. Миронға гуманитар фәндәр еңелерәк бирелә. Донъя флагтарын яттан белә, төрлө уйындар төҙөй. Уҡыусыларҙың “Совенок” республика фәнни-ғәмәли конференцияһында Гран-при яулаған.
Конкурста ҡатнашыуҙа өләсәйҙәре, биология фәндәре кандидаты Ирина Владимировна Черных күп көс һалған. Бөрө дәүләт педагогия институтында бар көсөн һәм күңелен студенттар уҡытыуға биреп, хаҡлы ялға сыға. Фән кешеһенең буш ваҡыты күбәйгәс, яңы һәләттәре лә асыла. Әлеге ваҡытта ул ҡаланың «Рус йыры» халыҡ хорына етәкселек итә. Уңған хужабикә баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерегә, китап уҡырға ярата. Ғөмүмән, Ғиззәтуллиндар һәм Черныхтар ғаиләһе – педагогтар династияһы. Уларҙың дөйөм педагогик стажы 150 йылдан ашыу.
Бына шундай татыу, креатив, белемле ғаилә туғыҙ ай буйына конкурс шарттарын үтәп, Урал-Иҙел һәм Бөтә Рәсәй этаптарында еңеү яулап, илгә танылыу яуланы. Дәүләт хеҙмәттәре порталында иғлан күреү менән Анна Леонидовна конкурста ҡатнашып, үҙҙәрен һынап ҡарарға теләк белдерә. Уртансы ҡыҙының идеяһын өләсәләре Ирина Владимировна ла хуплай. Ике йыл элек Мәскәүҙә суперфиналға сығып, сәйәхәткә юллама отҡан ғаилә был юлы ла дәртләнеп эшкә тотона. Шулай итеп, позитив һәм һәр күренештән шатлыҡ күрә белгән ғаилә өсөн күңелле тормош башлана. Һәр аҙна тәҡдим ителгән ижади эштәрҙе башҡарыуға ваҡыт ҡына түгел, ә тәрән белем, ижади һәләт, таһыллыҡ, зирәклек талап ителә. Бергә ҡунаҡ ҡаршылау, йыр яҙыу, шиғыр һөйләү, спорт менән шөғөлләнеү, дуҫлыҡты күрһәтеү, уҡылған китап, картина, фильм буйынса эштәр, тыуған ҡаланың күренекле урындарын презентациялау һәм башҡалар. Быларҙың барыһын да тиҙ арала уйлау, видеоға төшөрөү, монтажлау талап ителә. Бындай ваҡытта татыу ғаилә бер-береһен тағы ла нығыраҡ аңлай башлай: күренмәгән таланттары асыла, һәр береһенә ихтирамдары арта.
Конкурстың төбәк этабы Өфөлә үтә. Урал-Иҙел буйынан йыйылған 1500 ғаиләнән юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәндәр илдең баш ҡалаһына саҡырыла. Шуныһы ҡыуаныслы: республиканан һайлап алынған биш ғаиләнең икәүһе Бөрө ҡалаһынан!
5-8 июль Мәскәүҙә бөтә ил кимәленән йыйылған ғаиләләр араһында үҙҙәрен күрһәтәләр. Конкурстың юғары кимәлдә ойошторолоуы, һәр ғаиләгә тейешле иғтибар бүленеүе оҡшаған уларға. Танылған артистар башҡарыуында концерт номерҙары, махсус ойошторолған күргәҙмәләр, зоопаркка сәйәхәт, китапханала тәүге гәзиттәрҙе уҡыу һәм тотоп ҡарау матур тәьҫораттар ҡалдырған. Әлбиттә, конкурс ярышһыҙ-алышһыҙ булмай. Ғиззәтуллиндар һәм Черныхтар ғаиләһе был юлы ла һынатмай. Интеллектуаль һәм ижади эштәрҙе юғары кимәлдә башҡарып, еңеү яулай. Конкурс комиссияһы ғаилә ағзаларының берҙәмлеген, үҙ-ара ярҙамын һәм күп яҡлы талантын билдәләгән. Ирина Владимировна үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып: “Рәсәйҙең бөйөклөгө – күп милләтле халҡында. Шул тиклем матур, татыу ғаиләләрҙең күп булыуына хайран ҡалдым. Милли рух, тәрән белем, тормошто яратыу уларҙың йөҙҙәрендә, һәр хәрәкәтендә сағыла”, — ти.
“Шундай ғаиләләр менән танышыуыбыҙға бик шатбыҙ, – тип әсәһенең һүҙен дауам итә Анна Леонидовна. – Беҙ уларға ҡарап һоҡландыҡ, өйрәндек, илебеҙҙең ҙурлығына һәм татыулығына тағы бер инандыҡ”.
Конкурс артта. Күңелдәр ҙә бушап ҡалған кеүек. Ә ғаиләгә беҙ яңы идеялар, яңы асыштар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө ҡалаһы.