

Әйләнә-тирәһен йәмгә күмеп, үҙенең әүҙемлеге, уңғанлығы менән йәштәргә матур өлгө күрһәтеп йәшәгән оло быуын кешеләренә һоҡланмау мөмкин түгел. Улар ауыл ҡотон һаҡлап ҡына ҡалмай, милли йолаларҙы, мәҙәниәтте тергеҙеүгә лә тос өлөш индерә. Петропавловка ауылында ғүмер кисергән Фәйхүнә апай Зиннәтуллина шундай гүзәл заттарҙың береһе.
Сығышы менән Фәйхүнә Шакир ҡыҙы Тәтешле районынан, милләте буйынса удмурт. Бынан 45 йыл элек Асҡын районына килен булып төшә. Йырма-Ялан ауылы егете Фәрдәүи Нурлығаян улы менән матур донъя ҡоралар, өс балаға ғүмер бирәләр. Өс йәшенән атайһыҙ ҡалып ауырлыҡ менән үҫкән Фәйхүнә апайҙы ҡайғылар тормош юлында ла урап үтмәй: тәүге сабыйҙары Радис ике йәшлек кенә сағында ауыр сирҙән үлеп китә, гөрләтеп йәшәрҙәй ваҡытта тормош иптәше вафат була.
Бөтә ғүмере эштә, хәрәкәттә үтә был теремек, әүҙем апайҙың. Асҡын районын яратып, үҙ итеп, тырышып ғүмер итә, балаларын аяҡҡа баҫтыра, ауылдаштары менән дә гел яҡшы мөғәмәләлә була, үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша. Урындағы халыҡ йолаларын хөрмәт итеп, үҙ милләтенекен дә онотмай йәшәй. Ауыл байрамдарында, район һабантуйҙарында, күргәҙмәләрҙә удмурт мәҙәниәтен күрһәтә.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.