Йәнтөйәк
+7 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
11 Сентября , 16:40

Берҙәмлек бейеүе

Милли кейем - ябай кейем генә түгел, ә халыҡтың мәҙәниәте һәм тарихы, уның йолаларын һәм йәшәү рәүешен сағылдырыусы булып тора. Бөгөн, 11 сентябрҙә, Өфөләге “Ватан” этнопаркында Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына һәм Милли кейем көнөнә арналған ҙур бейеү флешмобы ойошторолдо. Был сара тураһында ҡатнашыусылар нимә уйлай икән?

Берҙәмлек бейеүеБерҙәмлек бейеүе

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре Әбделмәнова Рита һәм Ишмәева Рената: “Милли кейем көнө - йыл һайын үткәрелгән байрам. Һәр бер халыҡтың милли кейеме үҙенсәлекле, матур. Ошондай саралар, байрамдар бик мөһим һәм кәрәкле. Үҙеббеҙең мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы үҫеп килгән быуынға еткерергә тейешбеҙ, тип уйлайбыҙ.”

Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленән Кәлимуллина Уралиә менән Мортазин Айгиз: “Милли кейем көнө кеүек төрлө-төрлө байрамдар, саралар, әлбиттә, кәрәк. Бергәләшеп милли кейемдәрҙә сығыш яһайбыҙ, бейейбеҙ. Бында танышабыыҙ, дуҫ, татыу булырға өйрәнәбеҙ. Юҡҡа ғына сара “Берҙәмлек бейеүе” тип аталмай, сөнки берҙәмлектә - көс.”

Стәрлетамаҡ бейеү театры, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Лоҡманов: “Милли кейем көнө - матур байрам. Һәр халыҡтың үҙенең милли кейеме бар. Уларҙың килеп сығышын, нимә аңлатҡанын һорашып, аралашабыҙ. Ә бөгөн флешмобта бейеүселәр, төрлө ансамблдәр менән сығыш яһау - үҙе бер күңел асыу. Көтөп алған флешмоб тиҙ генә үтеп китте. Төрлө милләттең бейеүҙәрен өйрәндек. Беҙ бер ай элек әҙерләнә башланыҡ. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә түҙемһеҙләнеп ошо сараны, байрамды көттөк". 

https://bashgazet.ru/news/novosti/2026-09-11/ber-mlek-beye-e-4810295

Берҙәмлек бейеүе
Берҙәмлек бейеүе
Берҙәмлек бейеүе
Берҙәмлек бейеүе
Автор:
Читайте нас