Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
10 Сентября , 05:30

Уҡытыусыларға ниндәй ярҙам саралары бар?

Радий Хәбиров йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты. 

Уҡытыусыларға ниндәй ярҙам саралары бар?Уҡытыусыларға ниндәй ярҙам саралары бар?
Уҡытыусыларға ниндәй ярҙам саралары бар?

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты. Вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында үткән сарала 140 мәктәп уҡытыусыһы, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм төбәк университеттарының профилле һөнәр студенттары ҡатнашты.

Осрашыуҙы асып, Башҡортостан Башлығы, 8 сентябрҙә илдә тәүге тапҡыр Рәсәй Халыҡтары телдәре көнө билдәләнде, ул ил Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса ойошторолдо, тип билдәләне.

– Күп милләтле республикабыҙ өсөн был байрам ҙур әһәмиәткә эйә. Ул тәү сиратта милли рухи берәгәйлек төшөнсәһе менән бәйле – һәр беребеҙ ни кимәлдә үҙен Рәсәй йәмғиәтенең бер өлөшө итеп тойоуы. Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, Башҡортостанда был күрһәткес 92 процентҡа етә, был милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең гармониялы булыуын күрһәтә, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта беҙҙә йәшәгән төрлө милләт халыҡтары үҙ туған телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге кеүек күрһәткестәр ҙә ошо юғары кимәл менән бергә барырға тейеш. Бер яҡтан, беҙ – Рәсәй халҡының бер өлөшө, тип һыҙыҡ өҫтөнә алам. Ә икенсе яҡтан, беҙ үҙебеҙҙең үҙенсәлеккә, милләтебеҙгә, тарихыбыҙға һәм мәҙәниәтебеҙгә эйә. Шуға күрә Рәсәй халыҡтары телдәре көнө беҙҙең өсөн бик мөһим.

Төбәк етәксеһе Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендәге эштең системалы характерын да билдәләне. Был йәһәттән милли кейем көнөн һәм милли бейеү көнөн булдырыу, күп һанлы тематик саралар мөһим ҡарарҙар булып тора.

– Тел тураһында һөйләгәндә, уны һаҡлап ҡалыу бурысын ғына ҡуймайбыҙ. Беҙ халыҡты һаҡлап ҡалыу тураһында һөйләйбеҙ. Һәм бында беҙҙең ғәмәлдәр системалы характерҙа. Һүҙ тел диктанттарын үткәреү, эпосты өйрәнеү, төрлө фестивалдәр ойоштороу тураһында бара. Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең үҙенсәлекте һаҡлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. - Шуға ярашлы, Хөкүмәт, дәүләт институттары халыҡтарыбыҙҙың телдәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлау буйынса саралар күрергә тейеш.

Был эштең аныҡ бурыстары хаҡында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы үҫеп килгән быуынды туған телдәрҙе өйрәнеүгә дәртләндереүҙе үҙ эсенә алған мәктәп белем биреүенең мөһимлеген юғары баһаланы. Ул шул иҫәптән заманса уҡытыу программаларын һәм методикаларын, сифатлы әҙәбиәт булдырыуҙы һәм үҫтереүҙе, флагман мәктәптәрен асыуҙы үҙ эсенә ала.

– Беҙ билдәле бер үҫеш осорон үткәрҙек, Башҡортостанда 12 полилингваль мәктәп булдырҙыҡ. Уларҙың һанын 20-гә еткереү планлаштырыла. Был ысынында элиталы тарих – яҡшы матди база, өҫтәмә белем биреү, патриотик тәрбиә һәм, әлбиттә, квалификациялы педагогтар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ йәш белгестәр әҙерләүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Республиканың юғары уҡыу йорттары педагогтарҙы тел предметтары буйынса уҡыта һәм был эште ғилми яҡтан оҙатыуҙы ойоштора. Мәктәпкәсә учреждениеларҙа ла туған телдәрҙе өйрәнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Тематик проекттарға ярҙам итеү өсөн гранттар һәм премиялар байтаҡ. Бөгөнгө осрашыу - кире бәйләнеш форматы ла. Үҙ эшебеҙҙе бергә тупларға тейешлегебеҙ тураһында һеҙҙең фекерегеҙ ҡыҙыҡлы.

Артабан Радий Хәбиров йәш педагогтарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Уларҙың береһе хәҙерге заман уҡытыусыһының төп сифатына ҡағылды.

– Әлбиттә, уҡытыусы компетентлы булырға тейеш, әммә иң мөһиме – уның шәхесе. Уҡытыусының рухи яҡтан тулы булыуы бик мөһим. Компетенциялар ваҡыт үтеү менән киләсәк, – тине Радий Хәбиров.

Йәш уҡытыусылар өсөн иң мөһим ярҙам сараһы тураһында һорауға яуап биреп, Башҡортостан Башлығы торлаҡты атаны. Республика йәш ғалимдар һәм аспиранттар өсөн ғәмәлдәге сараларға оҡшаш торлаҡ шарттарын яҡшыртыу механизмын булдырыу мөмкинлеген ҡарай, тине ул. Радий Хәбиров төбәктә “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын тормошҡа ашырыу хаҡында ла иҫкә төшөрҙө. Ул бәләкәй ауылдарға эшкә күскән уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙе күҙ уңында тота.

Осрашыуҙа йәш белгестәргә финанс ярҙам саралары ла тикшерелде. Мәҫәлән, йәш уҡытыусылар өсөн 15 процент күләмендә өҫтәмә түләү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йортон тамамламаған, әммә был түләүгә дәғүә итә алмайынса мәктәптә эшләгән студенттар ҙа бар. Радий Хәбиров уҡыуҙы педагогик эшмәкәрлек менән берләштергән студенттарға ла ярҙам күрһәтеү өсөн тейешле үҙгәрештәр индереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Милли телдәр тәрбиәселәре һәм уҡытыусылары өсөн конкурстар һәм номинациялар һанын арттырыу мөмкинлеге хаҡында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы ғәмәлдәге форматтарҙы баһалау, уларҙы киңәйтеү мөмкинлектәрен билдәләү өсөн ошо өлкәләге ғәмәлдәге механизмдарға ревизия үткәрергә ҡушты.

Артабан осрашыуҙа ҡатнашыусылар мәктәпкәсә учреждениеларҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн ресурстар менән ҡыҙыҡһынды. Башҡортостанда заманса методикаларҙы һәм белем биреү программаларын үҫтереү өҫтөндә эшләйҙәр, тип билдәләне республика башлығы. Балалар баҡсаһында туған тел менән танышыу мөһим һәм балаға тирә-яҡ донъяны яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

– Беҙ бәләкәй кешене, башҡаса һөйләшкән һәм хатта, бәлки, донъяны икенсе төрлө тойған кешеләрҙе йәшәргә һәм хөрмәт итергә өйрәтәбеҙ. Йәғни лингвистик түгел, ә культурологик һөҙөмтә алабыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров педагогтарға йөкмәткеле диалог өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса төбәк Башлығы уҡыусыларҙың туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныуын билдәләне һәм республикала дөйөм гражданлыҡ үҙенсәлеге менән туған телдәрҙе өйрәнеү һәм ҡулланыу мөмкинлеге араһында балансты һаҡлап ҡалыуға өлгәшелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Бер яҡтан, бөтәбеҙҙе берләштергән рус теле. Икенсе яҡтан – туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙа һөйләшеү мөмкинлеге, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:
Читайте нас