Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
10 Сентября , 04:30

Үткәнен онотҡан халыҡ тарих төпкөлөндә юғала

 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты белгесе, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы Нурислам ҠАЛМАНТАЕВ тыуған көнөн – 70 йәшен билдәләне. Уны ғүмер байрамы уңайынан ихлас күңелдән ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшендә, тормошонда һәр саҡ уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Нурислам Мирхәйҙәр улы бар ғүмерен халҡыбыҙ мәнфәғәттәренә, тарихыбыҙға арнаған шәхес. Рухи ҡиммәттәребеҙ, милли тамырҙарыбыҙ һаҡланһын, үҫһен тигән маҡсатта айырыуса йәш быуын менән эҙмә-эҙлекле ҙур эш алып бара.  Хөрмәтле Нурислам Мирхәйҙәр улы! Һеҙҙе шул ҡәҙәр ихлас, ябай, ярҙамсыл булыуығыҙ өсөн дә яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Күңел көрлөгө, яҡшы кәйеф үҙегеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын. Артабан да әлегеләй һоҡландырып, өлгө булып, беҙгә, халҡыбыҙға терәк-таяныс күрһәтеп йәшәгеҙ. Яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр насип итһен! Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев – республикабыҙҙа киң билдәле тарихсы ғалим: Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм дәүләт идараһы институты доценты, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы. Илленән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.Беҙ ғалимды аудиторияла лекция уҡыған һәм төрлө әсбаптар баҫтырған фән белгесе итеп кенә түгел, ә студенттар менән дәрестәрҙән тыш та күп шөғөлләнгән, райондар һәм ҡалалар буйлап халыҡ алдында тарихи темаларға даими сығыш яһаған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан шәхес тип тә беләбеҙ. Тулыраҡ: 

Үткәнен онотҡан халыҡ тарих төпкөлөндә юғалаҮткәнен онотҡан халыҡ тарих төпкөлөндә юғала
Үткәнен онотҡан халыҡ тарих төпкөлөндә юғала

Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев — республика­быҙҙа киң билдәле тарихсы ғалим: Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм дәүләт идараһы инсти­туты доценты, тарих фән­дәре кандидаты, Рәсәй Феде­рацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мә­ғарифы отличнигы. Илленән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.Беҙ ғалимды аудиторияла лекция уҡыған һәм төрлө әсбаптар баҫтырған фән белгесе итеп кенә түгел, ә студенттар менән дәрестәрҙән тыш та күп шөғөлләнгән, райондар һәм ҡалалар буйлап халыҡ алдында тарихи темаларға даими сығыш яһаған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан шәхес тип тә беләбеҙ. Бәләкәйҙән немецса һөйләшә «Мин мәктәптә башланғыс кластарҙа уҡ немецса һөйләшеп йөрөй торғайным!» — тип аптыратты ул мине бер осрашҡанда. Башҡорт малайының үҙ телендә, йә булмаһа русса һөйләшеп йөрөүе тәбиғи, ә бына немецса... Баҡһаң, ул немец малайҙары һәм ҡыҙҙары менән уҡыған икән, хатта уҡытыусылар араһында ла немецтар булған. Юҡ, Германияла түгел, Ырымбур өлкәһендәге төпкөл башҡорт ауылында — Красногвардейск районы Үрге Ильяс (Тәңес) ауылында тыуып үҫкән был егет. Алты саҡырым алыҫлыҡтағы Плешаново ауылы мәктәбенә йөрөп уҡый. Ул ауыл тирәһендә немец ауыл­дары ла бар, төбәктә был милләт халҡы күп булған. Туҡ йылғаһының бер яғында башҡорт ауылдары урынлашһа, икенсе яғына немецтар килеп төпләнгән. «Мәктәп уҡыусыларының да яртыһы — башҡорт, яртыһы немец балалары ине. Беҙ ҙә бер ауыҙ һүҙ русса белмәйбеҙ, улар ҙа шулай», — тип хәтерләй ғалим. Булыр бала бишектән, тигәндәй, кескәй сағынан уҡ Нурислам отҡор, һәр нәмәне тиҙ белер һәм төшөнөр булған. «Уҡытыусы класта балаларҙан дөрөҫ яуап ала алмаһа, миңә өндәшә: „Ҡалмантаев, әйҙә, хәҙер һин әйтеп бир“, ти торғайны», — тип йылмая ул. — Уҡыу һиңә еңел бирелгән, тимәк, шуға ғалим булып китеүең дә ғәжәп түгел, — тим. — Ә тормошоңдоң ҡайһы мәлен иң шатлыҡлы көнөң тип иҫләйһең? Моғайын, ул да фәнгә, йә һөнәреңә ҡағылышлылыр? — Иң бәхетле көнөм, моғайын, университетҡа ингән көн булғандыр, — тине ул, бер аҙ уйланып торғас. — Күҙ алдына килтерегеҙ: беренсе тапҡыр Өфөгә килгәнмен, баш ҡала урамдары буйлап йөрөйөм. Һәм кем булып бит әле — Башҡорт дәүләт университеты студенты сифатында! Мин уҡырға ингән 1974 йылда тарих факультетына конкурс ҙур ине, бер урынға ундан ашыу кеше дәғүә итә. Ике имтиханды — "бишле"гә, икәүһен "дүрт«кә тапшырҙым, аттестаттың балы — дүрт ярым. Өфөгә уҡырға барырға уны Ырымбур институты студенты булған ағаһы күндерә. Республи­канан ситтә йәшәһәләр ҙә, Баш­ҡортостанды үҙ төйәктәре итеп ҡарау тойғоһо көслө булғандыр. Бәлки, үҙенә башҡорт халҡының мәркәзендә белем алырға тура килмәүе лә эсен бошорғандыр. — Ағайым: «Һин Өфөгә тарих факультетына бар, мәктәптә тарих буйынса Маҡтау грамотаһы ла алдың бит», — тине. Ағайҙы тыңламай булмай, беҙ шулай тәрбиәләнгәнбеҙ. Ә тарих миңә, ысынлап та, оҡшай ине. Ниндәйҙер предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур булыу-булмауы нигеҙҙә уҡытыусыға бәйлелер, моғайын. Тарихты беҙгә Борис Владимирович Левшин уҡытты, ул — алыҫҡа йөҙөү капитаны. Оҙаҡ йылдар флотта хеҙмәт иткәс, тыуған яғына ҡайтып төпләнгән. Шунан беҙҙең яңы асылған Плешаново мәктәбенә директор итеп ҡуйғандар. Ул бөтә донъяны гиҙгән, күпте күргән һәм күп белә, шуға уның дәрестәре лә ҡыҙыҡлы үтә ине, — тип хәтерләй бөгөнгө тарих белгесе. — Башҡа уҡытыусылар ҙа көслө ине беҙҙең мәктәптә, — тип дауам итә Нурислам Мирхәйҙәр улы. — Ра­йон үҙәген Плешаново ауылына күсергәс һәм ике ҡатлы яңы мәктәп асылғас, уҡытыусылар ҙа һайлап алынғандыр, бәлки. Математика, рус теле һәм әҙәбиәте, башҡа дәрестәр буйынса уҡытыусылар ҙа дәресте ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле алып бара ине, был иһә балаларҙа ла артабан уҡыу, белем алыу теләге тыуҙырмай ҡалмағандыр. Немец теленән немец милләтле уҡытыусы булды, һәм БДУ-ның 3-сө курсынан һуң төҙөлөш отрядында ГДР-ға барғас, мин немецтар менән уларҙың телендә һөйләшеп йөрөнөм. Диссертация темаһы ғына түгел... Кандидатлыҡ диссерацияһын Нурислам Мирхәйҙәр улы 1989 йылда Ҡазан дәүләт университетында яҡлай. «ХХ быуат башында Башҡортостандағы милли мәсьәлә» тип атала ул. Унан ете-һигеҙ йыл самаһы элегерәк булһа, бындай теманы түгел, хатта уның исемен дә ғилми комиссия раҫламаҫ, ә йәш ғалим шунда уҡ "ҡара исемлек«кә эләгер ине. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары илдә демократик үҙгәрештәр дәррәү башланып киткән осор ине шул. Был дәүергә ҡарата бөгөнгө күҙлектән төрлө баһа бирергә мөмкин — ыңғай ҙа, киреһен дә. Ләкин элек тыйылып килгән темаларға яҙмалар һаны буйынса ошо дәүергә еткәне юҡ. Нурислам Мирхәйҙәр улы өсөн был ҡулай булғандыр — әлеге тема буйынса көнәркәштәр юҡ бит! Беренсе булып юл ярыу бәхете тейгән уға, тимәк. Ғилми етәксеһен — билдәле ғалим Билал Хәмит улы Юлдашбаевты — оло хөрмәт менән иҫкә ала ул. Юлдашбаевтың «Башҡорт милләтенең барлыҡҡа килеү тарихы» китабы 1972 йылда яҙылған. Заманына күрә, дөрөҫөрәге, ул саҡтағы идеологияға ярашлы, был китап ҡаты тәнҡит утына дусар ителә, докторлыҡ дәрәжәһен раҫлатмай йөҙәтәләр, «милләтсе» исеме тағалар. Ләкин Билал Юлдашбаевтың республика фәне алдындағы хеҙмәттәре күп һәм бай йөкмәткеле. 1959 йылда уҡ яҙылған «Башҡорт АССР-ы төҙөлөүе» тигән китабы, мәҫәлән, әле лә уҡыу әсбабы итеп файҙаланыла. Нурислам Мирхәйҙәр улы диссертацияһын яҙырға тотонғас, хеҙмәттәштәре, дуҫтары: «Ниңә ул теманы алдың?» — тип борсола. Йәнәһе, барыбер үткәрмәйәсәктәр. — Ун йыл самаһы үткәйне, был тема иң шәбе икәнлеге асыҡланды, — ти тарихсы. — Ошо уҡ йүнәлештә ике уҡыу әсбабы баҫылды, монография өҫтөндә ултырам. Был тема буйынса командировкаларға йыш йөрөйөм, докладтар ҙа күп уҡырға тура килә — Ҡолой Балтасов, Муллаян Халиҡов, Шәйехзада Бабич һәм башҡаларҙың тормош юлы һәм халыҡ өсөн хеҙмәттәре тураһында улар. Ҡайһы районға барһам да, шул төбәктең бөйөк шәхестәре тураһында доклад әҙерләп алып барам. Тарихсы ғалим Нурислам Ҡалмантаевтың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмә­кәрлегендә иң әүҙем ҡатна­шыусыларҙың береһе икәнен иҫкә алмаһаҡ, был уны шәхес булараҡ күрһәтеүҙе тоноҡлатыр ине. Ырыуҙар хәрәкәтен өйрәнеүҙә, айырыуса көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына үҙ тамырҙарын белергә ярҙам итеү, шулар буйынса урындағы халыҡ өсөн күргәҙмә саралар үткәреүҙә Нурислам Мирхәйҙәр улы баш­ҡарған эштәр бихисап, ул Ҡоролтай башҡарма комитеты хеҙмәткәр­ҙәре һәм ирекмәндәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Халҡыбыҙҙың шәхестәрен күтәрергә, бөгөнгө һәм үҫеп килгән быуындарҙың хәтеренә һалып ҡу­йырға кәрәк — шул маҡсаттар йөрөтә тарихсыны республика ра­йондары һәм ҡалалары, башҡорт­тар йәшәгән сит төбәктәр буйлап. Ҡайһы берҙә онотолоп бөтә яҙған тарихи шәхестәребеҙҙең исемен киренән тергеҙеү талап ителә. — Айырыуса көнбайыш баш­ҡорттарына был тәңгәлдә ярҙам кәрәк, — ти Нурислам Ҡалмантаев. — Ошо төбәк башҡорттарының боронғо шәхестәрен асыҡлап, исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыуҙы мин изге бурысым тип һанайым. Шул райондарҙан сыҡҡан күре­некле вәкилдәрҙең ярҙамы ла ҙур. Мәҫәлән, билдәле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов менән йыш сығып китәбеҙ сәйәхәткә. Көнбайыш башҡорттары хуплап тора беҙҙең был ырыуҙар хәрәкәте буйынса башланғыстарҙы, яҡшы кәйеф менән ҡаршы алалар, ихлас тыңлайҙар, ҡыҙыҡһыналар. Был беҙҙе тағы ла әүҙемерәк эш­ләргә дәртләндерә, әлбиттә. Был эшкә юл асылыуы — заманыбыҙ өсөн бик һәйбәт күренеш, ҡайһы ғына төбәктә йәшәһәләр ҙә, ва­тандаштарыбыҙ үҙ тамырҙарын белергә теләй, — ти ғалим. Ул республика Хөкүмәтенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айыт­ҡолованың һәм башҡаларҙың был эштә ярҙамын юғары баһалай. «Һәр төбәк башҡорттарының үҙ диалекты бар, беҙгә мотлаҡ әҙәби телгә йәбешеп ятыу дөрөҫ түгел, — тип иҫәпләй тарихсы. — Айырыуса беҙҙең яҙыусылар һәм шағирҙарға әйтке килә: әҙәби тел ул яһалма һәм бер ҡалыпҡа һалынған һөйләш түгел, уны байытырға, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының телен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Һин әҙәби телдә һөйләшмәйһең, тип ул яҡ башҡорттарын ситкә тибеү булырға тейеш түгел». Башҡорттарҙың күренекле вәкилдәрен оноттормау, исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында төрлө райондарҙа иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйыу үҙе бер ҙур эш булып тора, һәм Нурислам Ҡалмантаев бында ла алдынғылар сафында йөрөй. Ул Стәрлетамаҡта Муса Мортазинға, Өфөлә Хафизулла Ҡушаевҡа һәм Муллаян Халиҡовҡа, Ырымбур өлкәһе Мерәҫ ауылында Сәғит Мерәҫевҡа һәм Кәрим Иҙелғужинға, Тәтешлелә Кейековтарға, Борайҙа башҡорт милли автономияһы төҙөгән уҙамандарға, Һамарҙа Ғөбәй Дәүләтшинға һәм хал­ҡыбыҙҙың башҡа күренекле ул һәм ҡыҙҙарына таҡтаташтар ҡуйыуҙарын ҙур ҡәнәғәтлек менән иҫкә ала. Бындай таҡтаташтар Туймазыла, Краснокама районында, Дүртөйлөлә, Саҡмағошта, Татарстанда һәм Ҡурған өлкәһендә бар хәҙер. Ә бит уларҙы ғалим, төп хеҙмәт урынынан тыш, ижти­мағи бурысы тип башҡара. Был эштәрҙе ойоштороуға, алыҫ яҡтарға сәйәхәткә сығып әйләнергә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй Нурислам Мирхәйҙәр улы. — Беҙ ғалимдар Марат Ҡол­шәрипов, Рим Янғужин, Дамир Вәлиев, Нияз Мәжитов, Ирек Аҡманов, Рәғиб Ғимаев, Нәзир Ҡолбахтин һәм башҡа абруйлы, билдәле шәхестәребеҙҙең әүҙемлеген өлгө итеп алырға бурыслыбыҙ. Яңы быуын бөгөнгө белгестәрҙән өлгө алырға ла, заманға ярашлы, яңыса эшләргә лә тейештер. Йәштәр менән аралашыуҙы көсәйтергә кәрәк, — ти ул. «Беҙ биш бала үҫтек әсәй менән...» Шәхестең кем һәм ниндәй булып формалашыуы кескәй сағынан, ғаилә тәрбиәһенән башлана. Нурислам, йырҙағыса: «Беҙ биш бала үҫтек әсәй менән, тик үҫмәнек иркә ҡосаҡта, беҙ әсәйҙең биш шатлығы инек, биш ҡайғыһы булдыҡ ҡай саҡта...» тип йырларға ла хаҡлы — улар бер ғаиләлә биш бала үҫә, бишеһе лә — малай! Әсәй кешегә лә биш ир-егетте тәрбиәләүе, ай-һай, еңелдән булмағандыр. Хәйер, әсәһе Минзайра апай үҙе лә бирешерлек ҡатын түгел, утты-һыуҙы кискән. Ул — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ата-әсәһен кулак мөһөрө тағып, Себергә һөргөнгә оҙатыу ҡурҡынысы тыуғас та, улар Урта Азияға китә. Шуға ҡарамаҫтан, Минзайра һуғыш башланыр алдынан ғына тыуған ауылына ҡайтырға, колхозда иҫәпсе булып эшләргә өлгөрә, комсомолға инә. 1942 йылда фронтҡа китә, Ленинград ҡалаһын блокаданан ҡотҡарыуҙа ҡатнаша. Яу юлын Будапешт ҡалаһында тамамлап, 1945 йылдың октябрендә генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ҡайтыуына бер йыл самаһы уҙғас, уҡытыусы Мирхәйҙәр Ҡалмантаевҡа кейәүгә сыға. Бына шундай — ауыл тормошон ғына түгел, сит-ят яҡтарҙы ла гиҙеп килгән, һуғыш һөрөмдәре аша үткән әсәй тәрбиәһендә үҫә малайҙар. — Яңы замандар башланғас та әсәйем, үҙ ата-әсәһенең нисек хәлле ғаиләгә әйләнеүен иҫкә алыпмы, йәштәрҙе ер пайҙары алырға һәм заманса йәшәй башларға өгөтләй башланы, — тип хәтерләй ғалим. — «Илгә был үҙгәрештәр һуңлабыраҡ килде шул, йәшерәк булһам, үҙем өйрәтер инем һеҙҙе», — ти торғайны. Һөйөклө әсәйебеҙ беҙҙең хәтерҙә мәңгелеккә көслө ихтыярлы һәм ғәҙел кеше булып ҡалған. Уның һуғышта, колхозда эшләгәндә төшкән фотолары бик күп. Ғалимдың атаһы Мирхәйҙәр — Ырымбурҙағы Каруанһарайҙа урынлашҡан педагогик техникумды тамамлаған белгес була, ғүмере буйы мәктәптә балалар уҡыта. «Был техникум, ундағы уҡыу йылдары, курсташтары тураһында йыш иҫкә ала ине. Техникумдың ябылыуын ауыр ҡабул итте, уның иҫтәлектәрен яҙып бармағаныма әле булһа үкенәм. 1960 йылдарҙа Ырымбур өлкәһендә башҡорт мәктәптәре ябыла башлағас, ата­йым үҙенең фекерҙәштәре менән Өфөгә хаттар яҙып, был хәлгә юл ҡуймаҫҡа тырыша, әммә күп башҡорт мәктәптәре ябыла», — ти Нурислам Мирхәйҙәр улы. Мирхәйҙәр Ҡалмантаев хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылында башлап ебәргән. Был ауылда беренсе башҡорт дворяндары Аҡсулпановтар йәшәй. Әйткәндәй, Ҡалмантаевтар ҙа дворян нәҫеленән. Уҡытыусыны студенттары баһалай Ҡулыма Башҡорт дәүләт уни­верситетының ғилми советы күптән түгел генә яҙған һәм университет ректоры Николай Морозкин ҡултамғаһы ҡуйылған характеристика килеп эләкте. Унда Нурислам Мирхәйҙәр улының лекциялар һәм семинарҙарҙы юғары профессиональ һәм методик кимәлдә үткәреүе, студенттар менән индивидуаль эшләүгә ҙур иғтибар биреүе тураһында әйтелә. Шуныһы фәһемле: Башҡорт дәүләт университетында «Уҡытыусы — студент күҙлегенән» тигән конкурс та бар икән. Нурислам Ҡалмантаев унда һәр саҡ алдынғылар рәтендә килә, ә 2015 һәм 2016 йылдарҙа тарих факультеты уҡытыусылары араһында иң юғары рейтингҡа лайыҡ булған! ...Беҙ университеттың тарих институты коридоры буйлап киләбеҙ. Һәр осраған студент һаулыҡ һорашып үтә. — Миңә бөгөнгө студенттар бик оҡшай, — ти доцент Ҡалмантаев. — Уларҙы әрләгән кешеләр ҙә бар, әммә бөгөнгө уҡыусыларыбыҙ — үҙ заманы балалары, улар бик мәғлүмәтле, ипле, тәнҡитләргә бер ҙә ҡулым бармай. Бына мин Башҡортостан тарихы буйынса түңәрәк алып барам, пандемияға саҡлы йылына ике тапҡыр төрлө тарафтарға сәйәхәт ҡылдыҡ. Дүртөйлөлә Шәйехзада Бабичтың һәм Бүздәктә Муллаян Халиҡовтың музейҙарында, Салауат районында Салауат Юлаев музейында, Ҡырмыҫҡалы районында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музе­йында, Өфө районында С.Аксаков музейында, Ғафури һәм Бөрйән яҡтарында, Торатауҙа ла бер нисә тапҡыр булдыҡ. Студенттарға бындай сәфәрҙәр оҡшай, хәҙер ул институттың ғына түгел, дөйөм университет түңәрәгенә әйләнеп китте. — Нурислам Мирхәйҙәр улы беҙгә һәр яҡлап өлгө. Ул беҙҙең һәр беребеҙҙе шәхес итеп күрә. Аҡыл, энтузиазм, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергияға эйә кеше булараҡ, барыбыҙҙы ла Ватанын яратыу­сы илһөйәр итеп тәрбиәләне. Ғалим Башҡорт дәүләт университетында йәш тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн ойошторған «Башҡортостан тарихы» түңәрәге ошо уҡыу йортондағы, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының үҙ тыуған яғын яратҡан студенттарын берләштерҙе. Бер нисә йыл эсендә беҙ республиканың төрлө мөйөштәрендә булып ҡайттыҡ, теләктәштәр таптыҡ, һәм улар менән әле лә бәйләнеш тотабыҙ, — тип һөйләй ғалимдың уҡыусыһы, Башҡорт дәүләт университеты аспиранты Ғаяз Бикбулатов. Тарих фәндәре кандидаты Байрас Буранғолов та Ҡалмантаевтың лекцияларын тыңлаған. Уҡы­тыусыһына ҙур ихтирам менән былай ти ул: —Мин 1994 йылда тарих фа­культетының беренсе курсы студенты булып киткәндә Нурислам Мирхәйҙәр улы Башҡортостан тарихын тәрәндән өйрәнеү маҡ­сатында ойошторолған махсус төркөмдә дәрестәр алып бара ине. Ул беҙҙең менән бик ихлас эшләне, тыуған төйәгебеҙ тарихына ҡарата һөйөү тәрбиәләне. Бөгөн беҙ Башҡортостан тарихы, археологияһы һәм этнография­һы кафедраһында хеҙмәттәш, ул — минең кәңәшсем-тәрбиәсем. Нурислам Мирхәйҙәр улы — студенттар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн күп дәреслектәр, уҡытыу-методика әсбаптары авторы. Ул тарихты популярлаштырыусы һәм Рәсәйҙәге тыуған яҡты өйрәнеүселәр хәрәкәтен ойоштороусы ла булып тора. Ғалимдың башҡорттар йәшәгән төбәктәргә барып, башҡорт халҡының тарихы буйынса лекциялар уҡыуын халыҡ бик йылы ҡабул итә. Ғөмүмән, хеҙмәттәштәре, уның менән бергә аралашҡан һәр кем Ҡалмантаевтың яуаплы, ышаныслы, шул уҡ ваҡытта асыҡ, ихлас кеше, ысын зыялыларға хас сифаттарға эйә шәхес булыуын билдәләй. — Нурислам Мирхәйҙәр улын студент эскәмйәһенән үк беләм, —ти тарих фәндәре кандидаты Николай Бессилин хеҙмәттәше хаҡында. — Университеттың тарих факультетында оҙаҡ йылдар бергә-бергә хеҙмәт иттек, унда ул уҡытыу эшен уңышлы етәкләне. Үҙенең уҡытыусылыҡ бурыстарынан тыш, ғалим дәрестәрҙән һуң студенттар менән эшләүгә күп көсөн бирә, улар менән республика райондары һәм ҡалаларына йыш сәфәр ойоштора. Хеҙмәт һөйөүсәнлеге, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, киң мәғлүмәтлелеге, кешеләргә инсафлы мөнәсәбәте уға ҙур ихтирам килтерҙе. Ул — һәләтле ғалим, педагог, әүҙем йәмәғәтсе, изгелекле хеҙмәттәш, яҡшы ғаилә башлығы, ышаныслы иптәш. Ғаиләһенән дә уңды ғалим. Нуриман районы Яңы Күл ауылы ҡыҙы Фәнисә Мирсаяф ҡыҙы менән тормош ҡороуҙарына инде 36 йыл тула. Ҡатыны Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған, оҙаҡ йылдар ошо уҡыу йортоноң колледжында бүлек мөдире була, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында математика уҡыта. Улдары Ирек Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында радиоэлектрон оптика һөнәре буйынса белемгә эйә булған, хәҙер ошо йүнәлештә эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Ләйсән БДУ-ның Хоҡуҡ институтын уңышлы тамамлаған, әле республиканың финанс министрлығында эшләй. «Ваҡытты беҙ һайламайбыҙ» Быйыл Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаевтың Башҡорт дәүләт университетында эшләй башлауына ҡырҡ йыл тулды. Уҡытыу эшен ул бында килгәнсе үк башлай — Нуриман районының Яңы Күл урта мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса дәрестәр бирә. БДУ-ға килеүенә ете йыл уҙыуға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1992 йылда факультет деканының тәрбиә буйынса урынбаҫары вазифаһына ҡуялар, ошо уҡ йылда конкурс буйынса Башҡортостан тарихы һәм этнографияһы кафедраһы доценты итеп һайлайҙар. Бөгөнгө юғары белем биреү системаһы хаҡында әңгәмәләш­кәндә, Нурислам Мирхәйҙәр улы әйтеүенсә, ҡасандыр тарих факультетында биш төркөм араһында береһе башҡорт телендә уҡығаны ла булған, ул шуларҙы кире ҡайтарыу яҡлы: «Тарихты башҡортса уҡыған һәм башҡорт телендә һөйләп бирә алған белгестәр ҙә кәрәк беҙҙең йәмғиәткә. Сөнки, бынан тыш, күп кенә боронғо тарихи сығанаҡтар ғәрәп графикаһындағы иҫке төрки телендә яҙылған, уларын да таный белергә кәрәк бит әле». Ҡайһы бер оло быуын ғалимдары фәндең киләсәге өсөн борсолоу белдерә: артыбыҙҙан килгән йәштәр бик аҙ, тиҙәр. «Ә мин — оптимист, — ти Нурислам Мирхәйҙәр улы. — Ни тиһәң дә, заманалар үҙгәреп тора, хатта үтә тиҙ үҙгәреп ҡуя тиергә лә була. Мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары замандың нисек үҙгәрәсәген тоҫмаллап йәшәргә һәм уға яраҡлаша барырға бурыслы. „Ни өсөн ошондай ваҡыт килде?“ тип зарланыу дөрөҫ түгел. Ғөмүмән, беҙҙең заман илдең тетрәндергес үҙгәрештәр осорона тура килде. Намыҫ менән үтергә кәрәк барлыҡ һынауҙарҙы ла. Ваҡытты беҙ һайламайбыҙ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит». Ғалим фекеренсә, Өфөлә студенттар кампусы төҙөү — бик кәрәкле һәм заман талап иткән маҡсат. — Ошонда, Ағиҙелдең университет эргәһендәге яр буйы тирәләй студенттар һәм уҡытыусылар өсөн ҙур, матур биналар төҙөлһә, заманса уҡыу аудиториялары бар­лыҡҡа килер, студенттар һәм хатта уҡытыусылар өсөн торлаҡ та булыр. Тимәк, беҙгә бөтә Рәсәйҙән уҡырға килерҙәр. Әйтеүҙәренсә, уҡытыусылар һаны ла артасаҡ. Студенттарға тырышып белем алырға, ә беҙгә, уҡытыусыларға, ең һыҙғанып эшләргә, фәнде юғары кимәлгә күтәрергә кәрәк. Халҡыбыҙҙың тоғро улы, ғалим, педагог, йәмәғәт эшмәкәре Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаевҡа артабан да көс-ҡеүәт, намыҫлы хеҙмәтендә уңыштар насип булһын. Рәшит Кәлимуллин, "Ватандаш" журналы, 2021 йыл. Поделиться
Скопировано с сайта: Үткәнен онотҡан халыҡ тарих төпкөлөндә юғала - kurultai.ru
https://kurultai.ru/ru/content/4612-tknen-onotan-haly-tarih-tpklnd-yuala/

Автор:
Читайте нас