

Асыу тантанаһында ҡатнашыусыларға видеосәләмләүҙе Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова ебәрҙе.
– Үҫеп килеүсе быуынға ярҙам итеү дәүләт өсөн һис шикһеҙ өҫтөнлөк булып ҡала. Бөгөн заманса уңайлы учреждениеларға ихтыяж ҙур булыуын күрәбеҙ. Китапхана селтәре үҙгәртелә, иң алыҫ райондарҙа мәҙәниәт йорттары һәм музейҙар яңыртыла. Балалар үҙәктәрен асыу – халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға киләһе аҙым. Был эш “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проекты ярҙамында мөмкин. Беренсе балалар үҙәктәре федераль музейҙар базаһында 2025 йылда барлыҡҡа килә, һәм бөгөн уларҙың һаны арта. Быйыл 75 төбәктә ошондай 300 учреждение булдырыу планлаштырыла. Үҙәктәр концепцияһы уникаль – бында үткән, хәҙерге һәм киләсәк, традициялар һәм заманса технологиялар берләшә, – тиелә сәләмләү хатында.
Үҙәктәрҙе йыһазландырыуға федераль бюджеттан 30 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителә. Был саралар иҫәбенә тауыш көсәйтеү аппаратураһы, музыка ҡоралдары, заманса мебель, уйынсыҡтар, ноутбуктар, һанлы пианино, лазер проекторҙары, китаптар, интерактив һәм методик ҡорамалдар, фәнни тәжрибәләр өсөн йыйылмалар һәм башҡалар һатып алына.
– Был үҙәктәр беҙҙең балалар өсөн яңы йәлеп итеү нөктәләре буласаҡ, тип ышанам, - тине Башҡортостан Башлығы. - Илебеҙҙең Мәҙәниәт министрлығына төбәгебеҙгә иғтибар өсөн рәхмәтлебеҙ. Федераль һәм үҙ аҡсабыҙ иҫәбенә, ауыр ваҡыттарға ҡарамаҫтан, инфраструктураны үҫтереүҙе, мәҙәниәт йорттарын, театрҙарҙы, китапханаларҙы, сәнғәт мәктәптәрен төҙөүҙе, ремонтлауҙы, йыһазландырыуҙы дауам итәбеҙ.
"Бөгөн беҙҙең балалар моделле китапханаһында "Маяҡ" мәҙәни-ағартыу үҙәге асылды. Беҙҙең проект федераль һайлап алыу процесын үтеп, финанслауҙы тәьмин иткәндән бирле был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көттөк.
Был үҙәккә ингәс, иң беренсе еңеллек тойғоһо кисерҙем. Таныш ҡараңғы стеллаждар һәм тар коридорҙар юҡ. Стена төҫтәренән алып ултырғыстар формаһына тиклем һәр нәмә зауыҡ менән ентекле уйланылған.
Бәләкәйҙәр өсөн уйын майҙансығы бар, унда йомшаҡ уйын модулдәре һәм китаптар ҡуйылған. Үҫмерҙәр өсөн бында интерактив панелдәр һәм юғары тиҙлектәге Wi-Fi менән йыһазландырылған ижади студия эшләй.
Шулай уҡ китап уҡып, уйҙарҙы тәртипкә килтереп, күңел тыныслығы алыр өсөн пуф һәм тоҡ формаһында йомшаҡ ултырғыстар ҡуйылған айырым ял урындары бар.
Китап фонды 1167 яңы баҫма менән тулыланған. Был үҙәккә уңыштар теләйем. Иртәнән кискә тиклем балаларҙың шат тауыштары тынмаһын", — тип тәьҫораттары менән бүлешә Мишкә районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова.
Сығанаҡ: https://vk.ru/wall181237579_1088