Йәнтөйәк
+23 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
10 Сентября , 11:05

Милли кейемдәрҙә халыҡ тарихы сағыла

Ҡариҙел ауылының 4-се  балалар баҡсаһында Милли кейемдәр көнөнә арналған «Дуҫлыҡ иле — Башҡортостан»  тип аталған фольклор сәғәте уҙҙы.

Милли кейемдәрҙә халыҡ тарихы сағылаМилли кейемдәрҙә халыҡ тарихы сағыла
Милли кейемдәрҙә халыҡ тарихы сағыла

 

Республикабыҙҙа 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килде. Байрам тыуған төйәгебеҙҙә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың йолаларына, мәҙәниәтенә иғтибар биреүгә йүнәлтелә.

Башҡортостанда 160-тан  ашыу милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлектәре менән ҡабатланмаҫ. Милли кейем көнө – ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫҡа, халыҡтарҙың тарихына тағы бер ентекләберәк күҙ һалыу өсөн матур сәбәп тә.

Ошо көнгә бағышлап ойошторолған ҡыҙыҡлы, күркәм саралар Ҡариҙел районында ла юғары кимәлдә ойошторолдо. Милли саралар аша үҫеп килгән быуында халыҡ мәҙәниәтенең ифрат ҡәҙерле төшөнсә икәне аңлап,  унда тарихи үткәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты.

Шундай матур һәм рухлы сара Ҡариҙел ауылының 4-се  балалар баҡсаһында ойошторолдо. «Дуҫлыҡ иле —  Башҡортостан»  тип аталған фольклор сәғәте фәһемле булды.  Был сараны полилингваль төркөмдөң тәрбиәсеһе Зөлфирә Мәхмүтова алып барҙы. Кескәйҙәр Башҡортостанда  йәшәүсе халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һәм мәҙәниәте менән яҡыныраҡ таныша алды. Зөлфирә Мөхөтдин ҡыҙы башҡорт, мари, татар, мишәр, рус халыҡтарының милли кейемдәренең бай тарихы һәм үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Ул милли кейемдең ябай кейем генә түгел, ә халыҡтың рухын,  мәҙәниәтен сағылдырған, көнкүрешен һәм эстетик йолаларын күрһәткән ғәмәл дә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сара барышында Зәлфирә Мәхмүтова «Түбәтәй», «Ҡурай», «Кейемдәр тураһында йомаҡтар» уйындарын уйнатты.  Шулай уҡ балалаҙы  республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен сағылдырған «Берҙәмлек менән көслөбөҙ» күргәҙмәһе  менән таныштырҙы.  Фольклор сәғәте бергәләп башҡарған  милли йырҙар, бейеүҙәр менән тамамланды.

Киләсәктә лә милли кейемдәребеҙ, күп милләтле республикабыҙ йәшәһен.  Һәр кем үҙ халҡының мәҙәниәтен һаҡлаһын.

Марат Бүләков.

Ҡариҙел районы.

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас