

Йылы көндәр яйлап артта ҡала. Башҡортостанда яуым-төшөм көтөлә. Термометр бағанаһы ҡапыл түбәнгә төшә. Синоптиктар бөгөнгә һауа торошон фаразланы.
Башгидромет белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 9 сентябрҙә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ һауа +16, +21 градусҡаса йылына.
Кесаҙна төндә лә, көндөҙ ҙә һауа температураһының түбәнәйеүе күҙаллана. Яйлап һыуыта.
Фото: Наилә Имаева.