Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
9 Сентября , 10:10

Ләйсәнгә уңыштар теләйбеҙ!

Асҡын 1-се урта  мәктәбенең 11-се  А класы уҡыусыһы  Ләйсән Фәтхетдинова Стәрлебаш районында «Авангард» лагерында  уҙыусы «Тел мөхите» йәштәр төбәк форумында ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ләйсәнгә уңыштар теләйбеҙ!Ләйсәнгә уңыштар теләйбеҙ!
Ләйсәнгә уңыштар теләйбеҙ!

 

Республикабыҙ йәштәре 6–9 сентябрҙә Стәрлебаш районындағы «Авангард» лагерында «Тел мөхите» йәштәр форумына йыйыла. Унда, ойоштороусылар әйтеүенсә, төрлө район, ҡалаларҙан 14–18 йәшлек 100 үҫмер ҡатнаша.

Форумдың төп идеяһы – башҡорт телен үҫмерҙәрҙең көндәлек тормошона индергән мөхит булдырыу. Дүрт көн буйы ҡатнашыусылар башҡорт телендә аралаша, бергәләп проекттар эшләй һәм төрлө сараларҙа ҡатнаша ала.

Программала – һөйләү телмәрен һәм йәмәғәт алдында сығыш яһау күнекмәләрен үҫтереү дәрестәре, лидерлыҡ һәм команда менән эшләү буйынса тренингтар, ижади лабораториялар, медиа йүнәлештәре, блогинг, интерактив форматтар, интеллектуаль уйындар, дискуссиялар.

Сараның үҙенсәлеге – тулыһынса башҡорт мөхитендә йәшәүгә ҡоролған тәртип. Бында Башҡортостандың төрлө төбәгенән килгән үҫмерҙәр туған телен айырым уҡыу предметы итеп түгел, ә аралашыуҙың төп ҡоралы итеп ҡулланырға тейеш.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас