Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
9 Сентября , 11:35

Еңеүселәр асыҡланды

Улар Рәсәйҙең ҙур предприятиеларында стажировка үтәсәк.

Еңеүселәр асыҡландыЕңеүселәр асыҡланды
Еңеүселәр асыҡланды

Башҡортостанда "ГеоВызов" IV халыҡ-ара геологик чемпионатты асыу тантанаһында ҡатнашҡайныҡ, бөгөн иһә сара Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында ябылды.


Унда республикабыҙҙың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов былай тине:
– Халыҡ-ара геологик чемпионат Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы буйынса ойошторола, шулай уҡ "Роснедр" йәмғиәте лә ярҙам иткәс, ул юғары кимәлдә уҙҙы. Унда Рәсәйҙең 19 төбәгенән, 13 илдән бөтәһе ҡырҡ команда көс һынашты. Еңеүселәр иһә Рәсәйҙең ҙур предприеятиеларында стажировка үтәсәк.


Шулай итеп, Гран-при Санкт-Петербург тау университеты командаһына бирелде. Беренсе урынға Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты студенттары сыҡты. Икенсе урын Санкт-Петербург дәүләт университеты командаһына тапшырылды. Өсөнсө урынды иһә Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт газ һәм нефть университеты, Воронеж дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты командалары бүлеште.


Фото: Илдар Аҡъюлов.

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2026-09-09/e-e-sel-r-asy-landy-4807433

Автор:
Читайте нас