Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
9 Сентября , 14:30

«Әбейҙәр сыуағы» ҡасан башлана?

Синоптиктар иһә һауа температураһының +20 градустан ҡапыл нулгә төшөүен фаразлай. Башҡортостанда сентябрь айы контрастарға бай булмаҡсы.

«Әбейҙәр сыуағы» ҡасан башлана?«Әбейҙәр сыуағы» ҡасан башлана?
«Әбейҙәр сыуағы» ҡасан башлана?

Йылы осор (10 – 22 сентябргә тиклем): Көндөҙ һауа температураһы  +20 градусҡаса һәм унан да юғарыраҡ күтәреләсәк — иң уңайлы көн торошо 11, 15 һәм 18-нән 22 сентябргә тиклем көтөлә. Айҙың беренсе яртыһындағы башҡа көндәрҙә термометр бағанаһы көндөҙ +16 градустан түбән төшмәйәсәк. Был осорҙа төндә лә йылы буласаҡ — +10-дан +13 градусҡа тиклем.

Һалҡын осор (23 – 30 сентябрь): Айҙың һуңғы аҙнаһы ысын көҙ һулышын ҡайтарасаҡ. 23-нән 25 сентябргә тиклем температура кинәт түбәнәйәсәк: төндә һауа температураһы нуль градусҡаса төшәсәк, ә көндөҙ +12 градус тирәһе буласаҡ.

Шулай ҙа унан һуң  «әбейҙәр сыуағы» башланасаҡ: 26-нан 30 сентябргә тиклем көндөҙ ҡабаттан +16…+18 градусҡаса йылытасаҡ. Шул уҡ ваҡытта төндәр инде ысынлап та һалҡынса буласаҡ — +2-нән +5 градусҡа тиклем. Бындай үҙгәреүсән көн торошо октябрь башында ла һаҡланасаҡ.

Автор:
Читайте нас