

Изге Мәүлит айында “Барыһы ла Еңеү өсөн!” девизы аҫтында ойошторған был өмә берҙәмлекте, татыулыҡты, илһөйәрлекте сағылдырҙы. Башҡорт халҡында сәк-сәк һәр ваҡыт иң ҡәҙерле, тантаналы сәй табыны биҙәге һаналған, ә хәҙер ул беҙҙең яҡташтар өсөн ысын туғанлыҡ һәм ярҙам билдәһенә әүерелде.
Сарала “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Асҡын районындағы бүлексәһе социаль координаторы Ләйсән Антипова ла ҡатнашып, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
Редакцияла эшләп килгән “Изгелек” ирекмәндәр штабы етәксеһе Халисә апай Ғәниәтова Ҡөрьән аяттары уҡыны, бергәләп мәүлит әйтеп, егеттәребеҙҙең иҫән-имен Еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуын теләп, доға ҡылдыҡ.
Берҙәм эш гөрләп барҙы, бер урында шыжлап сәк-сәк бешһә, эргәлә генә ирекмәндәр яугирҙар өсөн изге теләктәрен теләй-теләй маскировка селтәрен үрҙе.
Тәмле генә булып бешкән сәк-сәк егеттәребеҙгә тыуған яҡтың наҙын, өй йылыһын һәм изге теләктәребеҙҙе еткерһен, маскировка селтәре яугирҙарыбыҙҙы һаҡлап, Еңеүҙе яҡынайтһын!
“Юлдаш” радиоһының изге эстафетаһы дауам итә. Акцияны асҡындар Мишкә районы журналистарына тапшырҙы.
Бөгөн әҙерләнгән сәк-сәк "Халыҡ фронты"на тапшырыла. Әле ойошма "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙары өсөн гуманитар ярҙам туплай.