Йәнтөйәк
+5 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
8 Сентября , 11:25

Яугир менән осрашыу

Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев  ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы  «Талпан» позывнойлы яугир  менән осрашты. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугир менән осрашыуЯугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу

 

Яугир менән бергә Юғары Янаҡтай ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәшит Мусин да килә. Ул – хәрби хәрәкәттәр ветераны, интернационалист-һалдат, Афғанстандағы һуғышта ҡатнашҡан кеше. Уның тормош һәм хәрби тәжрибәһе бөгөнгө йәш яугирҙар өсөн дә ҙур өлгө булып тора.

Осрашыуҙа «Талпан» алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәрҙең көндәлек хеҙмәте, яуҙаштарының рух ныҡлығы һәм үҙ-ара ярҙамы тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ хәрби техника өсөн запас частар йыйыуҙа ярҙам итеүҙе һораны. Был кәрәк-яраҡтар ҡуйылған бурыстарҙы үтәү һәм һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлау өсөн мөһим.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас