Йәнтөйәк
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
8 Сентября , 04:30

Сентябрь һәм октябрь башы ниндәй булыр?

Ҡыуандырабыҙ! 

Сентябрь һәм октябрь башы ниндәй булыр?Сентябрь һәм октябрь башы ниндәй булыр?
Сентябрь һәм октябрь башы ниндәй булыр?

Башҡортостанда аномаль йылынан һуң һауа торошо яңы сюрприздар әҙерләй. Синоптиктар сентябрь һәм октябрь башына күҙаллауҙарын әйтте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, аҙна башында уҡ республика биләмәһендә төрлө интенсивлыҡтағы ямғырҙар яуасаҡ, ә термометр бағанаһы түбәнгә шыуышасаҡ. Көндөҙ республикала +18,+19, төндә +10,+12 градусҡаса һалҡынайта.

Әммә күңелһеҙләнергә ашыҡмағыҙ: бөтә сентябрь, фараздар буйынса, йылдың ошо миҙгеле өсөн аномаль йомшаҡ булырға вәғәҙә итә. Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, сентябрҙә Башҡортостанда уртаса һауа температураһының климат нормаһынан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы, ә яуым-төшөмдөң ғәҙәти күрһәткестәр сиктәрендә булыуы көтөлә.

Һәм был ғына түгел: ысын һауа торошо аномалияһы республика халҡын октябрь башында көтә. Был айҙың тәүге көндәре ысынлап та ғәжәпләндерә: көндөҙ һауа +13,+15 градусҡаса йылына, күк йөҙө аяҙ була, ә ямғырҙар төбәкте урап үтә. Был әлегә йылы көндәрҙән айырылырға әҙер булмағандар өсөн күңелле өҫтәмә буласаҡ.

Фото: Наилә Имаева. 

Автор:
Читайте нас