Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
8 Сентября , 11:35

Малсылыҡты үҫтереү проекты ҡаралды

Балтас районы хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында сираттағы ултырыш үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Малсылыҡты үҫтереү проекты ҡаралдыМалсылыҡты үҫтереү проекты ҡаралды
Малсылыҡты үҫтереү проекты ҡаралды

 Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәр райондашыбыҙҙың инвестиция проектын ҡараны.

Шәхси хужалыҡ алып барған эшҡыуар герефорд тоҡомло 55 баш тана һатып алырға ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу ике яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Мал көтөү өсөн ер майҙаны хужалыҡта инде бар, әммә артабан үҫеш өсөн ит һатыу павильоны төҙөүгә ер участкаһы кәрәк.

Осрашыуҙа етештерелгән продукцияны һатыу һәм уны ҡулланыусыға еткереү мәсьәләләре лә тикшерелде. Район хакимиәте проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә һәм кәрәкле мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә әҙер.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас