Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
8 Сентября , 16:40

Еңеүселәргә – обелиск һәм сквер

Мишкә районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға Обелиск һәм Еңеү скверы барлыҡҡа киләсәк.  

Еңеүселәргә – обелиск һәм скверЕңеүселәргә – обелиск һәм сквер
Еңеүселәргә – обелиск һәм сквер

Мишкә районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға Обелиск һәм Еңеү скверы барлыҡҡа киләсәк.

Райондың Терекей ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск төҙөлә. Мемориалдың үҙәк өлөшөн гранит плиталар тәшкил итәсәк, уларҙа һуғыш яланынан Еңеү менән ҡайтҡан илле ике һәм Ватанды һаҡлап башын һалған илле бер яугир-ауылдаштарҙың исемдәре уйып яҙыласаҡ.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарының исемлеген ауыл клубы мөдире Фәриғә Лотфуллина күп йылдар дауамында урындағы һәм төбәк архивтарында ентекләп йыйған һәм аныҡлаған. Ауыл йыйынында халыҡ уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү инициативаһын хуплаған. Дәүләт ярҙамы, «Реаль эштәр» партия проекты, урындағы бюджеттан аҡса бүлеү һәм ауылдан сыҡҡан кешеләрҙең бағыусылыҡ ярҙамы арҡаһында был башланғыс тормошҡа ашырыла.

«Тик таш ҡуйыу ғына түгел, ә быны сифатлы итеп, олатайҙарыбыҙҙың иҫтәлегенә лайыҡлы итеп башҡарыу мөһим. Ауыл халҡының эште йән атып башҡарыуы күренеп тора. Гранит сифатлы, яҙыуҙары уҡылышлы, тирә-яҡты төҙөкләндереү планы ла грамоталы төҙөлгән. Хәҙер һуңғы эштәр генә ҡалды: плиталарҙы ҡуйыу, территорияны тигеҙләү һәм яҡтыртыу системаһын монтажлау», — тип билдәләне комиссия рәйесе Әлфинә Михайлова.

Обелискты төҙөү менән бер рәттән, бәләкәй Еңеү скверын булдырыу буйынса ла эш алып барыла. Битараф булмаған ауыл халҡы төҙөлөш эштәренә үҙ өлөшөн индерә. Быйыл көҙ мәктәп уҡыусылары көсө менән бында йәш шыршылар һәм сирен ҡыуаҡтары ултыртыласаҡ, яңы эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, был урын ауыл халҡы өсөн ял итеү урынына әйләнәсәк.

Әлфинә Михайлова фотоһы.

 

Автор:
Читайте нас