“Болгар” позывнойлы замполит БПЛА батальонында һәр кемгә эш табыласағы хаҡында һөйләне. Вазифалар күп: FRV дроны операторҙарынан алып ер өҫтө робот техникаһы комплекстарына тиклем.
“Һәр хәрби хеҙмәт барышында теләгенә һәм ҡыҙыҡһыныуына ярашлы йүнәлешен үҙгәртә ала”, – тип билдәләне “Болгар”. 27-се дивизия базаһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальонын формалаштырыу тамамланып килә.
Кем бәләкәйҙән компьютер уйындары менән мауығып үҫкән, улар батальонда дрондар менән идара итергә тиҙерәк өйрәнә. “Болгар”ҙың әйтеүенсә, хеҙмәткә яңы алынған яугирҙәр дәртле, яңылыҡты тиҙ үҙләштереүсән, етди ҡарашлы. Әҙерлек этап буйынса дауам итә: компьютер симуляторҙарынан алып тәжрибәле остаздар ярҙамында осоштар яһауға тиклем. Сығарылыш уҡыусылары танытма ала. Айырыуса электроникала һәм программалаштырыуҙа белгестәргә, водителдәргә ихтыяж ҙур.
75-тән ашыу “Баба-Яга” тибындағы ауыр дрондарҙы юҡ иткән өсөн яугирҙәр Рәсәй Геройы званиеһына тәҡдим ителә. Был күнекмәләр тыныс тормошта – геодезияла, ауыл хужалығында, фильмдар төшөрөүҙә лә ҡулланыласаҡ.
“Шум”, “Жираф”, “Вали”, “Монгол”, “Легенда” позывнойлы егеттәр әйтеүенсә, яҡташтар күп, мөхит һәйбәт, дуҫтарса, кәйеф яҡшы, күптәр контракттарын оҙайтырға ниәтләй. Батальон эргәһендә икмәкхана эшләй, аҙыҡ-түлек етерлек. Батальон тыл зонаһында хеҙмәт итә, тәүге линиянан алыҫта. Бер йыллыҡ хеҙмәт өсөн 4 120 000 һум аҡса түләнә. Армияла хеҙмәт итмәгән хәлдә лә, шулай уҡ уның урынына ла контракт төҙөргә мөмкин.
Батальонда хеҙмәт итеү менән ҡыҙыҡһынғандар ошо адрес буйынса мөрәжәғәт итә ала: Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3. Телефондар: +7 908 358 0000, +7 995 948 6541.
Фото: "Молодежная газета" сайтынан.