

Мәүлит айы — мосолмандар өсөн Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуыуына арналған мөһим һәм хөрмәтле ай. Төп мәғлүмәттәр буйынса «Мәүлит» һүҙе ғәрәп теленән «тыуыу» тигәнде аңлата. Ул ислам ай календары буйынса өсөнсө ай — Рабиғел әүүәл айына тура килә. Пәйғәмбәр ошо айҙың 12-се көнөндә донъяға килгән тип иҫәпләнә. Был айҙа мосолмандар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошон, юлын иҫкә ала.
“Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы “Нурулла” мәсетендә лә Мөхәммәт (с.ғ.с.) пәйғәмбәрҙе иҫкә алып, күркәм сара ойоштоҙоҡ. Ғәбдрәхим хәҙрәт Сафин Мөхәммәт (с.ғ.с.) пәйғәмбәрҙең тормошо тураһында вәғәз һөйләп, Ҡөрьән аяттары уҡығас, салауаттар әйттек, мөнәжәттәр уҡыныҡ. Барыбыҙ бергәләп илебеҙгә тыныслыҡ, халҡыбыҙға берҙәмлек, махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, яугирҙарҙың Еңеү менән иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләп, доға ҡылдыҡ.
Йәнле һөйләшеү сәй табыны артында дауам итте. Һәр ағинәй күстәнәстәр алып килгәйне. Мутайылға ауылынан бар эшкә лә оҫта Ралия Хәсәнова иһә тәмле торт һәм сәк-сәк бешергәйне. Шулай бергәләп һөйләшеп, аралашып, киләсәккә пландар ҡороп, тәмләп сәй эсеп, рухланып, һөйөнөп таралыштыҡ. Сөнки Мәүлит кисәһендә доғалар уҡыу, тыңлау, салауаттар әйтеү, хәйер - доғалар өләшеү Раббыбыҙ һәм уның рәсүленә ҡарата ихласлығыбыҙҙы күрһәтә, иманыбыҙҙы нығыта”, — тип һөйләне Иҫке Ҡаҙансы ауылынан әүҙем ағинәй Эльвира апай Зиннәтова.