Йәнтөйәк
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
7 Сентября , 15:15

Дронды ваҡытында күреп ҡала

Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Фәнил Баянов ведомство наградаһына тәҡдим ителде.    

Дронды ваҡытында күреп ҡалаДронды ваҡытында күреп ҡала
Дронды ваҡытында күреп ҡала

Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡ күрһәтеүен дауам итә. Бөгөн һүҙебеҙ “Эхо” позывнойлы Фәнил Баянов тураһында. Ул "Башҡортостан" полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонының өлкән уҡсыһы.

Һауа күҙәтеүе посында торғанда Фәнил Баянов дошмандың һөжүм дронын ваҡытында күреп ҡала. Ул автотранспорт хәрәкәтен туҡтатырға, ут асырға бойора. Ефрейтор Баяновтың грамоталы командованиеһы арҡаһында хәрбиҙәрҙең һәм техниканың ғүмерен ҡотҡарыу мөмкин була.

Батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн Фәнил Баянов ведомство наградаһына тәҡдим ителде.

Башҡортостан - геройҙар ваҡыты!

Сығанаҡ: "Башҡорт батальоны" каналы. 

Автор:
Читайте нас