

Мәсеттә үткән сарала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, уның урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район Советы секретары Рима Нәбиуллина, Асҡын үҙәк мәсете имам-мөхтәсибе Рөстәм хәҙрәт Ғәйдуллин һәм районыбыҙҙың дин әһелдәре ҡатнашты.
Улар бергәләп район тормошо һәм алдағы көндәргә пландар тураһында һөйләште. Йәштәрҙе тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бүленде. Бөгөн был барыбыҙ өсөн дә уртаҡ саҡырыу: балаларҙы телефондан нисек ситкә йүнәлтергә, уларҙы файҙалы эштәр менән ҡыҙыҡһындырырға һәм дөрөҫ тормош йүнәлештәрен табырға ярҙам итергә.
Балалар ата-бабаларҙан ҡалған йолаларҙы хөрмәт итеп, ғаилә тарихын һәм ҡиммәттәрен белеп, илһөйәр кешеләр булып үҫеүе бик мөһим.
"Бындай осрашыуҙар бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ ишетеү, файҙалы башланғыстарҙы хуплау һәм ғаиләләребеҙ, балаларыбыҙ һәм Асҡын районы мәнфәғәтенә бергәләп эшләү өсөн кәрәк", — тине Динис Рәдис улы.