Йәнтөйәк
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
3 Сентября , 05:00

«Ит кибете» халыҡты ҡыуандырып торһон

Был кибетте яҡташыбыҙ, хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Батырлыҡ ордены кавалеры Алмаз Ғәниев асты.

«Ит кибете» халыҡты ҡыуандырып торһон«Ит кибете» халыҡты ҡыуандырып торһон
«Ит кибете» халыҡты ҡыуандырып торһон

Ҡариҙел ауылында «Ит кибете» исемле яңы стационар булмаған сауҙа объекты асылды. Ул «Хәләл» категорияһына ҡарай. Был кибетте яҡташыбыҙ, хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Батырлыҡ ордены кавалеры Алмаз Ғәниев асты.

Алмаз Рәфил улы — ныҡ ихтыяр көсөнә эйә кеше. Элекке кадрҙағы хәрби булараҡ, ул Сүриәнең “ҡайнар” нөктәләрен үткән һәм махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып унда ҡатнашҡан. Әлеге ваҡытта, тыныс тормошта, Алмаз Ғәниев эшҡыуарҙар һәм фермерҙар сафына баҫҡан. Үҙ эшеңде асыу — был да хәрби хеҙмәт кеүек үк ҡыйыулыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап иткән мөһим аҙым.

Хәҙер район халҡы бында «Хәләл» категорияһына ҡараған сифатлы продукция: һимеҙ һарыҡ һәм һыйыр ите, фарш, шулай уҡ башҡа ит ризыҡтары һатып ала аласаҡ. Алмаз Рәфил улына уңыштар, эшенең көндән-көн алға барыуын, кибет продукцияһының ҡариҙелдәрҙе һәр ваҡыт сифаты менән ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Сығанаҡ:  https://vk.ru/wall519141188_16502

«Ит кибете» халыҡты ҡыуандырып торһон
«Ит кибете» халыҡты ҡыуандырып торһон
«Ит кибете» халыҡты ҡыуандырып торһон
«Ит кибете» халыҡты ҡыуандырып торһон
«Ит кибете» халыҡты ҡыуандырып торһон
«Ит кибете» халыҡты ҡыуандырып торһон
«Ит кибете» халыҡты ҡыуандырып торһон
Автор:
Читайте нас