

Ҡышлауйылға урта мәктәбе уҡыусылары өсөн бөгөн тәүге ҡыңғырау сыңланы. Белем усағында барыһы 68 бала уҡыясаҡ, уларҙың етеһе — 11-се, ә өс малай 1-се класҡа килде.
Байрам менән уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин, “Танып” шифаханаһы вәкиле Зинаида Фәтихова, “Асҡын электр селтәрҙәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илшат Мәғдәнур улы Мөхәмәтшин, мәктәп директоры Земфира Равиль ҡыҙы Суфиярова, мәғариф ветерандары ҡотланы.
Тантаналы сара Дәүләт флагын күтәреүҙән башланды.
Артабан ҡунаҡтар сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе, 1-се класс уҡыусыларына бүләктәрен тапшырҙы.
Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Наилә Имаева.