

Колледж директоры Ринат Йәмил улы Саҙрыев студенттарға сәләмләү һүҙе һәм өгөт-нәсихәттәр менән мөрәжәғәт итте. Ул егет һәм ҡыҙҙарға уҡыуҙа уңыштар, бай һәм ҡыҙыҡлы студент тормошо теләне, шулай уҡ уҡыу йортоноң һуңғы ҡаҙаныштары һәм еңеүҙәре менән уртаҡлашып, бөтәһен дә яңы ҡаҙаныштарға илһамландырҙы.
Район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәни улы Ғәлин һәм "Беренселәр хәрәкәте" Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе етәксеһе Алина Данис ҡыҙы Солтанова студенттарға йылы теләктәрен еткерҙе.
Быйылғы уҡыу йылы һәр кем өсөн үҫеш, яңы белем һәм онотолмаҫ тәьҫораттар ваҡыты булһын!