Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
31 Августа , 07:00

Оло Шаҙы ауылында ит эшкәртеү цехы асылды

Заман менән бергә атлаусы  фермер Әлмир Әхмәтшин Оло Шаҙы ауылында “Хәләл” маркаһы аҫтында ит эшкәртеү буйынса “Бәрәкәтле Арғымаҡ” тигән яңы цех асты.

Оло Шаҙы ауылында ит эшкәртеү цехы асылдыОло Шаҙы ауылында ит эшкәртеү цехы асылды
Оло Шаҙы ауылында ит эшкәртеү цехы асылды

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә хәләл продукцияға ихтыяж артҡандан-арта. Был тәбиғи ҙә, сөнки ислам ҡанундарына ярашлы етештерелгән продукция бар яҡтан да таҙа, сифатлы, файҙалы булыуы менән айырылып тора. Быны яҡшы аңлаған булдыҡлы фермер Әлмир Әхмәтшин Оло Шаҙы ауылында “Хәләл” маркаһы аҫтында ит эшкәртеү буйынса “Бәрәкәтле Арғымаҡ” тигән яңы цех асты.
Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Лариса Александрова,
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты.
— “Бәрәкәтле Арғымаҡ” цехы – заман талаптарына тулыһынса яуап биргән яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, юғары сифатлы продукция сығарған һәм районыбыҙҙа ғына түгел, республикала һәм унан ситтә лә ҙур абруй менән файҙаланған производство булыр, тип ышанабыҙ. Бындай цех асылыуы районыбыҙ өсөн бик мөһим. Беренсенән, был хужалыҡ өсөн яңы кимәл: үҫтереүҙән алып эшкәртеүгә тиклем — урында тулы цикл. Икенсенән, “Хәләл” билдәһе менән продукция республикабыҙҙан ситтә лә талап ителә — был яңы баҙарҙарға етди аҙым. Һәм, айырыуса Оло Шаҙы ауылы өсөн мөһим — был өҫтәмә эш урындары һәм бында эшләүселәр өсөн иртәгәһе көнгә ышаныс.
Форсаттан файҙаланып, Тәлғәт Сафа улы Тажетдинға районыбыҙға килергә һәм Әлмир Таһир улының башланғысын шәхсән хупларға ваҡыт тапҡаны өсөн айырым рәхмәт белдерәм. Был беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт һәм ауыл хеҙмәтенә ихтирам билдәһе”, — тине Лариса Геннадиевна һәм район үҫешенә ҙур өлөш индереүсе эшҡыуарға уңыштар теләне.
— Цехта етештерелгән продукция сертификатлана, сифат стандарттарына тулыһынса яуап бирә. Мал һуйыуҙан алып ит ярымфабрикаттары етештереүгә тиклем эш процесы ентекле контроль аҫтында үтә. Шул уҡ ваҡытта урындағы сеймалды файҙаланыу продукцияның сифатына туранан-тура йоғонто яһай. Үҙебеҙҙең фермер хужалығында аҫралған йылҡының итен файҙаланабыҙ, — ти Әлмир Таһир улы.
Заман менән бергә атлаусы эшҡыуар Әлмир Таһир улын районда ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Төньяҡ-көнсығыш төбәкте икмәк-булка эшләнмәләре менән тәьмин итеүсе эшҡыуар йылҡысылыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләп, 2025 йылда башҡорт тоҡомло бер нисә баш ат һатып ала. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” дәүләт программаһында ҡатнашып, былтыр конкурсты уңышлы үтеп, биш миллион һумлыҡ грантҡа эйә була. Ошо аҡсаларға ул машина-трактор оҫтаханаһының элекке бинаһын һатып алып ремонтлай, 600 квадрат метр тәшкил иткән ат һарайы һәм 400 квадрат метрлыҡ лапаҫ төҙөй.
Ошонан һуң йылдан ашыу ваҡыт уҙып та киткән. Был арауыҡта аттар һаны артҡан — әлеге мәлдә улар 200-ҙән артыҡ иҫәпләнә. Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән барыусы Әлмир Таһир улы сираттағы хыялын тормошҡа ашыра.
Ауылдың ысын терәге булған булдыҡлы эшҡыуарға тик уңыштар теләйбеҙ.

Наилә Имаева әҙерләне.

Сығанаҡ: https://vk.ru/wall181237579_992

 

Оло Шаҙы ауылында ит эшкәртеү цехы асылды
Оло Шаҙы ауылында ит эшкәртеү цехы асылды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас