

Рәсәйҙә Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға өс аҙнанан әҙерәк ваҡыт ҡалды. Республиканың һайлау системаһы сәйәси кампанияға әҙерлекте тамамлай. Әле депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү этабы тамамланған. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов Хөкүмәт кәңәшмәһендә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Билдәле булыуынса, быйыл сентябрҙә Башҡортостанда 39 һайлау кампанияһы үтә. Был – Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау, 28-се округ буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау буйынса 37 компания, шул иҫәптән Өфө ҡала советы депутаттарын, Ауырғазы һәм Белорет райондарының ике ауыл биләмәһе советы депутаттарын һайлау, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса һайлау кампаниялары.
Бер мандатлы округтар буйынса Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа Башҡортостан биләмәһендә төрлө партияларҙан 45 кандидат теркәлгән. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа биш кандидат теркәлгән (өс партиянан һәм ике кандидат үҙ-үҙен күрһәтеү юлы менән).
Өфө ҡала советы депутаттарын һайлауҙа берҙәм ҡала һайлау округы буйынса биш сәйәси партия күрһәткән кандидаттар исемлеге теркәлгән. Бер мандатлы һайлау округтары буйынса 87 кандидат теркәлгән, шул иҫәптән партияларҙан 86 кандидат һәм бер кандидат үҙ-үҙен күрһәткән. Урындағы үҙидара органдарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа 198 кандидат теркәлгән.
Һайлауға әҙерлекте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3249 участка һайлау комиссияһы тәьмин итә, шуларҙың 41-е граждандарҙың ваҡытлыса йәшәгән урындарында эшләйәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һайлауҙар менән бәйле барлыҡ сараларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ҡушты.
– Бергәләп етди эш күләме башҡарылған да инде. Беҙ оператив штабта һайлау хәүефһеҙлеген билдәләү өсөн бөтә кәрәкле сараларҙы билдәләнек, шуға күрә тәртипте тулыһынса тәьмин итәсәкбеҙ. 10 меңдән ашыу эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк. Бөтә көс структуралары ла быға йәлеп ителгән, – тине ул.
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итте: бөтә территориялар тәртипкә килтерелергә, башлыҡтар шәхсән барыһын да контролдә тоторға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.