Йәнтөйәк
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
30 Августа , 03:40

Владимир Путин Өфөлә 88-се мәктәптең яңы корпусын асты

29 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында ил төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда яңы белем биреү объекттарын асыуҙа ҡатнашты. Өфөлә 88-се мәктәптең 1 225 урынға иҫәпләнгән яңы корпусы асылды. Учреждениеның уҡыу йылына әҙерлеге тураһында Президентҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм мәктәп директоры Ольга Ануфриева хәбәр итте.

Владимир Путин Өфөлә 88-се мәктәптең яңы корпусын астыВладимир Путин Өфөлә 88-се мәктәптең яңы корпусын асты
Владимир Путин Өфөлә 88-се мәктәптең яңы корпусын асты

Асыу тантанаһының стенограммаһы:

<…>

Ольга КОЛУДАРОВА, Рәсәйҙең мәғариф министры урынбаҫары, сараның модераторы: Башҡортостан Республикаһы – Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса илдә алдынғылар рәтендә. Бөгөн беҙҙең менән бәйләнештә Өфө. Өфөлә 88-се мәктәп уҡыусылары өсөн ВЭБ.РФ ярҙамында 1 225 урынлыҡ яңы корпус төҙөлдө. Һүҙҙе мәктәп директоры Ольга Викторовна Ануфриеваға бирергә рөхсәт итегеҙ.

Владимир ПУТИН: Рәхим итегеҙ, Ольга Викторовна.

Ольга АНУФРИЕВА: Хөрмәтле Владимир Владимирович!

Бөгөн ҙур ҡәнәғәтлек менән һәм шатланып яңы төҙөлгән йорттар биҫтәһендә заманса мәктәп асабыҙ. Беҙҙең мәктәп һеҙ 2024 йылда шәхсән асҡан Көрәш һарайы ҡаршыһында урынлашҡан. Ошондай спорт һарайы янында иҫ киткес белем усағы үҫеп сығыуы символик мғәнәгә эйә! Беҙҙең мәктәп 1 225 урынға иҫәпләнгән. Бөгөнгә 65 класс тупланған да инде.

Республикабыҙҙың үҙенең педагогик юғары уҡыу йорто булыуы, остазлыҡ системаһының аныҡ төҙөлөүе, һәр мәктәптә тиерлек педагогия кластары тупланыуы беҙгә бик уңай булды. Аҡмулла университеты менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә мәктәп тулыһынса педагогик кадрҙар менән тәьмин ителгән. Бигерәк тә 1 сентябрҙә беҙҙә 29 йәш педагогтың педагогик эшмәкәрлеген башлауы ғорурлыҡ тыуҙыра.

Хөрмәтле Владимир Владимирович!

Беҙҙең мәктәптә, балаларҙың һәм педагогтарҙың хыялдары тормошҡа ашһын өсөн, барыһы ла бар. Беҙ, һәр бала күңеленә яҡын шөғөл тапһын һәм уға бында оҡшаһын, тип теләйбеҙ. Шуға күрә, бөйөк илебеҙгә яңы еңеүҙәр килтереү маҡсатында, түңәрәктәр һәм спорт секциялары һанын мөмкин тиклем күберәк төрләндерҙек.

Техник йыһазландырыу беҙгә уҡыу процесын тағы ла практик йүнәлешле итергә мөмкинлек бирә. 1 сентябрҙән балалар яңы башланғыс хәрби әҙерлек курсын өйрәнә башлаясаҡ. Мәктәптә хеҙмәткә өйрәтеү дәрестәрен кире ҡайтарған өсөн педагогик хеҙмәткәрҙәрҙән айырым рәхмәт.

Һеҙгә, Владимир Владимирович, барлыҡ балалар, педагогтар составы һәм ата-әсәләр исеменән күптән хыялланған заманса һәм уңайлы шарттарҙа белем алыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт. Рәхмәт!

Владимир ПУТИН: Ольга Викторовна, мин медицина кабинетының фотоларын күрҙем. Был медицина өлөшөн нисек баһалайһығыҙ?

Ольга АНУФРИЕВА: Беҙҙә быйыл агротехник кластар ҙа, технологик, инженер, IT-кластар ҙа, кадет кластары ла, спорт кластары ла, хатта ижади индустрия кластары ла асылған. Шул иҫәптән беҙҙең агротехниктар һәм медицина йүнәлешендәге кластар ҙа бындай заманса лабораторияларҙа белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Беҙҙә ике химия кабинеты бар, уларҙың һәр береһендә лабораториялар һәм практик дәрестәр өлөшө бар, йәғни улар бүленгән. Заманса биология кабинеттары, айырым инженер кабинеттары. Был һәр уҡытыусының һәм баланың хыялы.

Владимир ПУТИН: Ольга Викторовна, һорауым медицина бүлегенә ҡағылышлы ине. Кәрәк булғанда, балаларға, уҡыусыларға медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса.

Ольга АНУФРИЕВА: Беҙҙә заманса медицина блогы, шул иҫәптән үҙебеҙҙең стоматология кабинеты бар. Көн һайын үҙебеҙҙең табип ҡарай, фельдшер мәктәпкә беркетелгән – был беҙҙең өсөн бик мөһим.

Владимир ПУТИН: Барыһын да аңланым, рәхмәт. Ҙур рәхмәт. Радий Фәрит улы.

Радий ХӘБИРОВ: Хөрмәтле Владимир Владимирович!

Беҙҙә 1 сентябрҙә ярты миллиондан ашыу уҡыусы мәктәпкә бара. Уларҙың 41 меңе – беренсе класс уҡыусылары. Әлбиттә, ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа яңы, ремонтланған мәктәптәрҙә уҡырға теләй.

Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән беҙ ысынлап та төҙөйбөҙ, әле лә мәктәптәр төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Өфөлә генә ошондай биш мәктәп төҙөйбөҙ. Был мәктәп – тотош фабрика: 1 200-ҙән ашыу кеше, тулыһынса йыһазландырылған, заманса. Был ҙур эш күләме. Һәм был XXI быуаттың ысын мәктәбе.

Владимир Владимирович, беҙ бик ҡыуанып рәхмәт белдерәбеҙ һәм мәктәптәрҙе яңыртыу программаһына шатланабыҙ. Беҙ, моғайын, тәү сиратта ауыл мәктәптәренең, бәләкәй мәктәптәрҙең ландшафтын былай ныҡлап үҙгәртә алмаҫ инек – улар хәҙер яңы мәктәптәр кеүек.

Һәм был, әйткәндәй, ҙур һөҙөмтә бирә – беҙ олимпиада хәрәкәтендә тәүге бишәү иҫәбенә индек, йыл һайын Берҙәм дәүләт имтиханында йөҙ, ике йөҙ балл йыйыусылар һаны арта.

Владимир Владимирович, һеҙ республикала математика өлкәһендә һәләтле балалар өсөн махсус мәктәп төҙөү идеяһын хупланығыҙ. Беҙ Сергей Сергеевич (С.С. Кравцов, Рәсәйҙең мәғариф министры) менән был йүнәлеш буйынса эш алып барҙыҡ. 2027 йылдың 1 сентябрендә 360 урынлыҡ математик лицей-интернатын асабыҙ. Был ҙур интернат, һәм беҙ математика өлкәһендә иң һәләтле балаларҙы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың алдынғы математиктарын – әҙерләйәсәкбеҙ. Шуға күрә, Владимир Владимирович, бындай ярҙам өсөн ҙур рәхмәт.

Владимир Владимирович, мин, мөмкинлектән файҙаланып – 1 сентябрь, Белем көнө уңайынан. Һеҙҙең программа сиктәрендә кампусты ла төҙөп бөтәбеҙ. Беҙҙең кампус, ҡурҡмай әйтәм, уникаль, бик ҡыҙыҡлы килеп сыға. Һәм йыл аҙағында уның эшенә старт бирәбеҙ. Һеҙҙе республикабыҙға кампусты асыу тантанаһына саҡырырға теләйем.

Владимир Владимирович, уҡытыусылар, уҡыусылар, бөтә республика исеменән – беҙгә даими күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Владимир ПУТИН: Рәхмәт.

https://glavarb.ru/ba/news/event/vladimir-putin-fl-88-se-mktpte-yay-korpusyn-asty/

Автор:
Читайте нас