

«Za единство — Za берҙәмлек» республика йәштәр фестиваленең «Аҫылташ» форумында Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенттары ла ҡатнашты. Уҡыу йорто мәнфәғәтен Анна Курганова, Динара Нурисламова, Айһылыу Солтанова, Юлиана Килембаева, Полина Шишко яҡланы. Әйтергә кәрәк, Бөрө филиалының студенттар инициативаһы бүлеге етәксеһе Полина Шишко былтыр грант алһа, быйыл форумды ойоштороусыларҙың береһе, команданың кураторы булды.
Өс көн дауамында башҡа йәштәр менән бергә беҙҙекеләр ҙә турслетта ҡатнашты, спорт ярыштарында көстәрен һынаны, билдәле артистарҙың сығыштарын тыңланы. Шул арала үҙҙәренең проекттарын яҡлап та өлгөрҙөләр. Педагогика факультетының 4 – се курс студенты Анна Курганова етәкселегендәге “Ирекмән-студенттар өсөн “Беҙ бергә” оҫтаханаһы: мәҙәниәт-ара диалог һәм инклюзив үҫеш булараҡ кейеҙ баҫыу” исемле проект еңеү яулап, 280 000 һумлыҡ Рәсәй йәштәре грантына лайыҡ булды.
Проектты ғәмәлгә ашырыу барышында студенттар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе кейеҙ баҫыу техникаһына өйрәтәсәк. Был ижади эш йәки мауығыу ғына түгел, ә уларҙың үҫеше өсөн уникаль мөмкинселек булып торасаҡ. “Беҙ тәжрибә уртаҡлашыуҙа һәм бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙыуҙа инклюзив киңлек булдырыу маҡсатында кейеҙ баҫырға өйрәтеү менән ирекмәнлек эшмәкәрлеген берләштерергә булдыҡ”, – ти проект авторы Анна Анатольевна.
Проект сиктәрендә практик йүнәлештә һигеҙ оҫталыҡ дәресе үткәреү ҡаралған. Ул йомғаҡлау күргәҙмәһе ойоштороу менән тамамланасаҡ. Практик дәрестәрҙә ҡаланың реабилитация үҙәктәренән, йәмәғәт ойошмаларынан сәләмәтлеге арҡаһында үҙҙәрен камил итеп тоймаған өлкәндәр һәм балалар төрлө фактуралы материалдар менән эшләү күнекмәләре аласаҡ. Был, әлбиттә, уларҙың ваҡ моторикаһын һәм хәрәкәттәр координацияһын үҫтереүгә ярҙам итәсәк, ә бергә эшләү социаль яңғыҙлыҡ кимәлен кәметәсәк. Шул уҡ ваҡытта һәр кеше үҙенең уникаль шәхси әйберен булдырасаҡ. Уларҙан ойошторолған күргәҙмә авторҙарға халыҡҡа үҙҙәренең һәләтен күрһәтергә һәм ышаныс тойғоһон арттырырға ярҙам итәсәк.
Проектты ғәмәлгә ашырыу ирекмән-студенттар өсөн дә әһәмиәтле. Юғары белем алыусы 50 студент һөнәри компетенцияһын үҫтерәсәк. Проекттың йөкмәткеһен, тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләүҙә остаздары, педагогика фәндәре кандидаты Гүзәл Фаян ҡыҙы Әхмәтйәнованың роле ҙур була.
— «Беҙ бергә» оҫтаханаһы проекты студенттарға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән әҙерлекле эш алып барыу өсөн булдырылды. Уны ғәмәлгә ашырғанда буласаҡ педагогтар һәр кешенең шәхси мөмкинлеген аңлап, иң ҡулайлы эш алымдарын һайлап алырға өйрәнәсәк һәм һөнәри компетенцияларын тейешле кимәлдә формалаштырыу мөмкинлеге тыуасаҡ”, – ти Гүзәл Фаян ҡыҙы.
Изге ниәттәр менән тыуған уйҙың аҙағы ла яҡшы тамамланыр. Ғәҙәти булмаған ижади шарттар инклюзив ял итеү өсөн мөмкинлек булдырыр, ә мәрхәмәтле студенттар киләсәктә илдең ышаныслы педагогтары һәм психологтары булыр, тигән ышаныстабыҙ.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө ҡалаһы.