

Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк, сөнки уға уҡып өйрәнеп кенә булмай. Эшеңдең асылын белеү яртыһы ғына, иң беренсе һин балаларҙы яратырға, уларҙы ҡәҙер-хөрмәт итергә тейешһең. Борай 3-сө урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатына лайыҡ булған Лариса Әхмәтйәнова – нәҡ һәр уҡыусыһына шәхес итеп ҡараусы, һәр ҡайһыһын ысын күңеленән яратыусы уҡытыусы.
Борайҙа Рәҡиә Хәмиҙулла ҡыҙы һәм Мәғәфүрйән Фазыл улы Билаловтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә ул. Үҙенән һуң тыуған һеңлеһе Айгөл һәм ҡустыһы Вадимға беренсе дуҫ, терәк, яратҡан апай була.
Үҙе әйткәнсә, уҡытыусы һөнәрен ул осраҡлы ғына һайлаған. Әммә һис кенә лә үкенмәй.
– Беҙ үҫкәндә «Техника» тигән магазин бар ине. Борай 1-се урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған йәйем. Шул кибеттең ишегенә Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға саҡырып, белдереү элеп ҡуйғандар. Мин быны күрҙем дә, яҙыуҙы ҡуптарып алып, өйгә йүгерҙем. Әммә атай-әсәйемә бер ни ҙә һөйләп торманым. Уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһы Борайға килгән сағында имтихандарҙы тапшырҙым һәм был хаҡта оноттом. Шулай йәй үтеп китте. Августың 15-тәрендә почта аша мине уҡырға ҡабул итеүҙәре тураһында приказ килде. Атай-әсәй аптырашта, үҙем дә юғалып ҡалдым, – тип һөйләне Лариса Мәғәфүрйән ҡыҙы ни өсөн физик культура уҡытыусыһы булырға уйланығыҙ тигән һорауыма. — Стәрлетамаҡ беҙҙән шаҡтай алыҫ. Ярай унда әсәйемдең туғандары йәшәй. Ул ваҡыттарҙа Борайҙан Стәрлетамаҡҡа цемент ташыусы йөк машиналары йөрөй ине. Мине шуларҙың береһенә бер тоҡ картуф та һалып, ултыртып ебәрҙеләр. Шулай студент тормошом башланып китте. Үҙемдең дә тиҙҙән студент булаһы ҡыҙым бар. Күҙ алдыма ла килтерә алмайым, уны шулай юл ыңғайы барған машинаға ултыртып ебәреүемде. Тәндәр семерҙәп китә. Булған бит заманалар...
Лариса мәктәптә уҡыған сағында спорт ярыштарының берһен дә ҡалдырмай ҡатнашып барып, еңеүҙәр яулай. Студент йылдарында ла баш көллө спорт тормошона сума. 1996 йылда Лариса Мәғәфүрйән ҡыҙы дипломлы белгес булып, тыуған яғына ҡайта. Район мәғариф бүлеге уны Кәшкәләү ауылындағы балалар баҡсаһына тәрбиәсе итеп ебәрә. Күрәһең, белгеслеге буйынса хеҙмәт урыны булмай. Бер йыл эшләгәс, Бөрө дәүләт педагогия институтына башланғыс кластар факультетына ситтән тороп уҡырға инә, биш йыл тигәндә юғары белемле мөғәллим була. Әммә ғүмере буйына спортҡа, физик культураға тоғро булып ҡала.
Бөгөн ул Борай 3-сө урта мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы. Бында 17 йыл, мәктәп асылғандан башлап, эшләй. Уға тиклем райондың Мамаҙы һәм Вострецов ауылдарындағы туғыҙ йыллыҡ һәм үҙе уҡыған Борай 1-се урта мәктәптәрендә физик культура дәрестәрен алып барған, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 10 йыл дауамында еңел атлетика буйынса тренер булған. Өҫтәүенә класс етәксеһе лә Лариса Мәғәфүрйән ҡыҙы. Бына ошо йәйҙә генә 11-селәрен оло тормош юлына оҙатҡан.
Эшен бик яратып, күңел биреп башҡара ул. Өсөнсө сығарылыш «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» программаһы буйынса уҡыған уҡыусыларҙы тәрбиәләй. Һуңғылары яңы уҡыу йылында дүртенсе класҡа бара.
— Ошо «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» эш программаһы башланғыс кластарҙа ғына индерелгән. Әммә уның буйынса уҡыған уҡыусылар артабан да спорт менән нығыраҡ шөғөлләнә. Күптәре баскетбол, волейбол менән ҡыҙыҡһынып китә, ҡайһы берҙәре өсөн еңел атлетика яҡын. Әлеге вакытта Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль, республика этаптарында еңеүҙәр яулаған юғары класс уҡыусыларым нәҡ ошо программа буйынса белем алғайны, – тип үҙ эше менән таныштырҙы тәжрибәле уҡытыусы.
Лариса Мәғәфүрйән ҡыҙы ысын мәғәнәһендә етеҙҙәр һәм көслөләрҙе тәрбиәләй. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының республика этабында былтыр — ике, быйыл өс уҡыусыһы призер булған. Күптән түгел ике уҡыусыһы «Гагарин кубогы» олимпиадаһының республика этабында призерҙар исемлеген тулыландыра. Туризм буйынса районда үткән ярыштарҙа йыл һайын ул әҙерләгән команда беренселекте яулай, шулай уҡ йүгереү, саңғы ярыштарында ла уның уҡыусылары еңеүселәр һәм призерҙар сафында.
– Мәктәпте тамамлап башҡа ерҙә уҡыуҙарын дауам иткәндә йәки яңы эш урындарында ла спортты үҙ иткән уҡыусыларым булыуына бигерәк тә һөйөнәм. Тимәк, минең тырышлығым бушҡа китмәгән. Бына әлеге ваҡытта үҙәк район дауаханаһында терапевт булып эшләгән Марат Шафиҡовты ғына алайыҡ. Ул мәктәптә уҡыған сағында спорт менән яратып шөғөлләнде, һәр саҡ ярыштарҙа еңеүҙәр яуланы. Студент йылдарында медицина университетының данын яҡлап, һәр саҡ саңғы ярыштарында республика буйынса еңеүсе булды. Әлеге ваҡытта табиптар араһында ла республикала беренселекте бирмәй.
Эдуард Әхмәтйәнов хәрби һөнәрен һайланы. Юғары хәрби уҡыу йортона инеү өсөн генә лә яҡшы физик әҙерлек кәрәк. Мәктәп йылдарында спорт ярыштарында һәр саҡ еңеү яуланы. Хәҙер хоккей менән ныҡлап шөғөлләнә икән. Һанай китһәң, Марат менән Эдуард кеүек уҡыусыларым етерлек һәм мин уларҙың барыһы менән дә ғорурланам, – тип шатлығы менән дә уртаҡлашты мәҡәләм геройы.
Лариса Мәғәфүрйән ҡыҙының ғаиләһе лә спортты ярата. Тормош иптәше Венер Рәфил улы вахта ысулы менән Себер яҡтарына йөрөп эшләй. Ул волейболды үҙ итә, ҡыштарын саңғыла йөрөргә ярата. Ҡыҙҙары Алһыу — баш ҡалабыҙҙың медицина университеты студенты, өҫтәүенә республика клиник дауаханаһының гинекология бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Буш ваҡыттарында йөҙөү менән ныҡлап шөғөлләнә, байтаҡ нәтижәләргә ирешкән. Улдары Алмаз 11-се класҡа бара. Ул — баскетбол буйынса район командаһы капитаны, волейбол, футбол уйнай, саңғыла оҫта йөрөй, физик культура буйынса республика олимпиадалары, төрлө дәрәжәләге ярыштар, беренселектәр еңеүсеһе.
Ғаиләне спорттан башҡа тағы бер нәмә берләштерә: улар дүртәү бергә сәйәхәткә йөрөргә ярата.
Венера Арысланова.
Борай районы.