

Районыбыҙ халҡы махсус хәрби операциялағыларға ҙур ярҙам күрһәтә. Ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә, шулай уҡ төрлө йәштәгеләр гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша һәм аҡсалата ярҙам итеү буйынса бик күптәр үҙ өлөштәрен индерә.
Бахтыбай ауылы ирекмәндәре лә, башҡалар кеүек, ир-егеттәребеҙ яҙмышына битараф түгел, уларҙың иҫән-һау өйҙәренә ҡайтыуын теләп, маскировка селтәрҙәре үреүҙе дауам итә. Улар ҡоралдарға, хәрби техникаға ябыу өсөн бик тә кәрәкле әйбер. Был селтәрҙәр тура мәғәнәһендә яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итеү сараһы.
— Яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүебеҙгә шатбыҙ. Бының менән беҙ Еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Иң мөһиме – яугир яҡташтарыбыҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын, – ти изге күңелле ирекмәндәр.
Ауыл халҡы маскировка селтәрҙәрен үреү менән генә сикләнмәй, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Аҙыҡ-түлекте, кейем-һалымды район үҙәгендә урынлашҡан ирекмәндәр штабына илтеп тапшыралар.