

Абдулла ауылында «Әр-рахман» мәсете асылды
Тантананы асып, Рәүзәт хәҙрәт мәсет төҙөүҙә ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдереп, уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Рәмил Карам улы мәсет төҙөлөшөндә төп бағыусылар булған Искәндәр Хәлитовҡа, Радмир Кәримовҡа һәм урындағы имам Әсхәт Зәйдуллинға Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Мөфтәй Айнур хәҙрәт Бирғәлин йылы һүҙҙәр һәм өгөт-нәсихәттәр менән тулы сығышында мәсеттең мосолман донъяһындағы рухи роленең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Айнур Азамат улы төҙөлөшкә һүҙ һәм эш менән ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәтен белдерҙе һәм яңы мәсет ишектәренең һәр ваҡыт изге кешеләр, изге маҡсаттар өсөн асыҡ ҡалыуын теләне һәм Башҡортостандың мосолмандары Диниә назараты исеменән меценаттар Искәндәр Хәлитовҡа, Радмир Кәримовҡа шулай уҡ «Әр-рахман»дың имамы Әсхәт Зайдуллинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан байрамда ҡатнашыусылар алдында Ҡараяр ауыл биләмәһе башлығы Рәйсә Солтанова, күрше райондарҙан килгән имамдар, Фәниә һәм Вәкил Солтановтар, тирә-яҡты өйрәнеүсе Фидаил Сафин, төҙөлөшкө ҙур матди өлөш индереүсе Искәндәр Хәлитов һәм Радмир Кәримов, шулай уҡ Өфө ҡалаһынан, Свердловск өлкәһенән ҡайтҡан ауылдаштар сығыш яһаны.
— Мәсетте төҙөүгә ауылдың һәр кешеһе ҙур өлөш индерҙе. Күптәр матди ярҙам күрһәтте, ә ауыл ир-егеттәре көн һайын ең һыҙғанып эшләне, — тип һөйләне Абдулла ауылында йәшәүсе Гөлнара Миңлебаева. — Ауылдаштарым исеменән барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәм.
1990 йылдарҙа Абдулла ауылында ғибәҙәт ҡылыуҙар урындағы имам Абзалетдин Арыҫланов һатып алған шәхси йортта үтә. Мәсет төҙөү өсөн ерҙе Динар Мөхәмәтов һатып алып, бүләк итә. Ә 2020 йылдар башында буласаҡ иман йортона беренсе таш һалына һәм бына алты йыл үткәс, халыҡтың хыялы тормошҡа аша, ауылда «Әр-рахман» мәсете үҙ ишектәрен аса. Бөгөн мәхәлләнең рухи тормошон имам-хатип Әсхәт Зәйдуллин етәкләй, ә мөәзиндәр булып ағалы-ҡустылы Марат һәм Булат Мөхәмәтовтар хеҙмәт итә.
Сығыштарҙан һуң ҡунаҡтар символик таҫманы киҫеп, мәсет йортона үтте. Урындағы имам-хатип аҙан әйткәндән һуң, сараға килеүселәр намаҙ уҡыны. Байрам табын артында ихлас һөйләшеүҙәр, аралашыуҙар менән тамамланды.
Марат Бүләков.