Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
24 Августа , 18:00

Йондоҙнамә (24 – 30 август)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Был арала әллә ни ҙур ваҡиғалар көтөлмәй. Шулай ҙа алдағы эштәрҙе барлап, уларҙың сиратын төҙөү форсаты булыр. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа һәм мөмкинлектәрегеҙҙән сығып, үҙ көсөгөҙгә генә таянып эш итергә ҡуша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йондоҙнамә (24 – 30 август)Йондоҙнамә (24 – 30 август)
Йондоҙнамә (24 – 30 август)

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Яратҡан кешеләр араһында бәхәс күбәйер кеүек. Быға тиклем арыу ғына мөнәсәбәттәрҙе үпкәләшеү боҙоуы ихтимал. Был хәбәр тиҙҙән онотолор, кәйефегеҙ яңынан күтәрелер. Йомала етди ваҡиға көтөгөҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Мәл элек бөтөрөлмәгән эштәрегеҙгә тотоноу өсөн уңайлы. Уларҙы тамамлау өсөн әллә ни күп көс кәрәкмәҫ. Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр көтөлмәй.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Ҡайһы бер ваҡиға һеҙҙең өсөн һынау булыр, бәлки. Йондоҙҙар мөһим ҡарарҙарҙы үҙаллы ҡабул итергә кәңәш итә. Буласаҡ һөйләшеүҙәр ҙә үтә ҡатмарлы булырға оҡшай. Ҡаршылыҡтар, бәхәс күбәйер.

Буға (21.04 – 21.05)

Был арала көтөлмәгән хәлдәр менән йыш осрашырһығыҙ. Ҡайһы бер эшегеҙҙе туҡтатып та торорға мәжбүр булырһығыҙ, бәлки. Үҙ көсөнә ышанысын юғалтмағандарға йондоҙҙар һәр саҡ ярҙам итер.

Игеҙәктәр (24.05 – 21.06)

Көндәр яҡшы килер. Айырым ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, алдан уйлағандарығыҙҙы бөтәһен дә башҡара алырһығыҙ. Икеләнгән саҡтарҙа эске тауышығыҙ дөрөҫ аҙымдарҙы күрһәтер. Шаршамбылағы хәлдәр кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Берүк үҙ көсөгөҙгә шикләнмәгеҙ. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тәжрибәгеҙ һәм белемегеҙ етерлек. Яҡындарығыҙ менән аралашыуҙа һәр саҡ бер-берегеҙҙе аңларһығыҙ һәм ярҙам итерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Бигүк һиҙелерлек уңыштар көтөлмәһә лә, көндәр яҡшы уҙыр. Шаршамбыла бер аҙ ауырлыҡ тыуыуы ихтимал. Ләкин артабан ял итеү мөмкинлеге лә булыр. Йомала бик файҙалы хәбәр ишетерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙна араһында буш һәм файҙаһыҙ һөйләшеүҙәр күбәйер. Шуларҙың бәғзеләренең күңелһеҙ булыуы ла ихтимал. Һеҙҙең тирәлә йүнһеҙ кешеләрҙең артыҡ булыуы аптыратыр. Ундайҙар менән аралашыуҙы кәметергә тырышығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Ваҡытығыҙҙы күберәк башлаған эштәрегеҙҙе тамамлауға йүнәлтегеҙ. Йондоҙҙар башта элекке хаталарығыҙҙы барлап, уларҙан фәһем алырға кәңәш итә. Кесе йомала ниндәйҙер ҡыйынлыҡҡа осрарһығыҙ кеүек.

Саян (24.10 – 22.11)

Әгәр үҙегеҙҙе дөрөҫ көйләй алһағыҙ, алдығыҙҙа мотлаҡ яңы мөмкинлектәр асылыр. Эшлекле мөнәсәбәттәрҙә лә ыңғай үҙгәрештәр беленер. Шаршамбылағы ваҡиғалар бер аҙ көтөлмәгәнерәк булһа ла, аҙаҡ файҙа килтерер.

Уҡсы (22.11 – 21.12)

Ғөмүмән, һеҙҙе өмөтлө көндәр көтә. Һәр саҡ үҙ мөмкинлегегеҙҙән сығып эш итһәгеҙ, шаршамбы һәм шәмбелә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Йондоҙҙар кесе йомала һаҡ булырға ҡуша, яңылыш юл менән китеүегеҙ бар.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:
Читайте нас