Йәнтөйәк
+17 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
24 Августа , 18:05

Радий Хәбиров педагог һөнәренең абруйын күтәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала педагог һөнәренең абруйын күтәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй Президентының 2026 йылдың 20 июлендәге «Уҡытыусыларға өҫтәмә ярҙам саралары тураһында» указына ярашлы, шулай уҡ йәмәғәтселек тарафынан педагогик эшмәкәрлектең әһәмиәтен таныуҙы нығытыу маҡсатында әҙерләнгән.

Радий Хәбиров педагог һөнәренең абруйын күтәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙыРадий Хәбиров педагог һөнәренең абруйын күтәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров педагог һөнәренең абруйын күтәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Указға ярашлы, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте билдәләнгән тәртиптә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы дәүләт наградаһын булдырыу өлөшөндә «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында «Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы законы проектын тәҡдим итергә тейеш.

Республиканың Мәғариф министрлығы түбәндәгеләр өсөн яуаплы:

 

  • педагогик эшмәкәрлек осоронда уҡытыусыларҙың һөнәри үҫешен координациялау, шул иҫәптән өҫтәмә һөнәри белем алыу һәм профилдәре буйынса өҙлөкһөҙ методик оҙатыуҙы тәьмин итеү;

  • педагог булараҡ хеҙмәт юлын яңы башлаусы уҡытыусылар өсөн кәмендә бер йыл дауамында остазлыҡты координациялау;

  • уҡытыусылар өсөн федераль һәм төбәк бюджеты средстволары иҫәбенә булдырылған электрон белем биреү ресурстарын бушлай файҙаланыу мөмкинлеге;

  • педагогтарға ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән уларҙың эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн дәртләндереү.

 

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы уҡытыусыларҙың дәүләт музейҙарына айына кәмендә бер тапҡыр бушлай йөрөү мөмкинлеген тәьмин итәсәк.

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы:

 

  • педагогик эшмәкәрлеккә арналған проекттарҙы киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыуҙы һәм уның иң яҡшы тәжрибәләрен күрһәтеүҙе тәьмин итергә;

  • төбәк Мәғариф министрлығы һәм Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә педагогтарға ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт еткереүҙе тәьмин итергә, шул иҫәптән дәүләт мәғлүмәт системалары аша эш итергә тейеш.

Муниципалитеттар хакимиәттәренә түбәндәгеләр тәҡдим ителә:

  • балалар баҡсалары тәрбиәселәренең һәм мәктәп уҡытыусыларының балаларын мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына беренсе сиратта ҡабул итеүҙе күҙ уңында тоторға;

  • педагогик эшмәкәрлек осоронда уҡытыусыларҙың һөнәри үҫеше өсөн, шул иҫәптән өҫтәмә һөнәри белем алыу һәм профилдәре буйынса өҙлөкһөҙ методик оҙатыу маҡсатында, тейешле шарттар булдырырға;

  • педагог булараҡ хеҙмәт юлын яңы башлаусы уҡытыусылар өсөн остаз ярҙамы күрһәтеү өсөн кәмендә бер йыл дауамында тейешле шарттар булдырырға;

  • уҡытыусылар өсөн Рәсәй һәм Башҡортостан бюджеты средстволары иҫәбенә булдырылған электрон белем биреү ресурстарын бушлай файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итергә;

  • уҡытыусылар өсөн айына кәмендә бер тапҡыр муниципаль музейҙарға бушлай йөрөү мөмкинлеген булдырырға;

  • педагогик һөнәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға;

  • педагогик эшмәкәрлектең әһәмиәтен йәмәғәтселек тарафынан таныуҙы нығытыу буйынса өҫтәмә саралар күрергә. 

 

Башҡортостан Хөкүмәте алты ай эсендә республикала 2030 йылға тиклем педагогик һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм популярлаштырыу буйынса «юл картаһын» раҫларға тейеш.

https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostan-bashlyy-respublikala-pedagog-nrene-abruyyn-ktre-turaynda-ukaza-ul-uyy/

Автор:
Читайте нас