Йәнтөйәк
+31 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
24 Августа , 17:55

Был аҙнала Өфөлә - "Һөт иле"!

29 августа "Ҡашҡаҙан" паркында 14-се мәртәбә "Һөт иле" ғаилә фестивале үтәсәк. Ул быйыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналасаҡ. 

Был аҙнала Өфөлә - "Һөт иле"!Был аҙнала Өфөлә - "Һөт иле"!
Был аҙнала Өфөлә - "Һөт иле"!

Йола буйынса, һәр ҡунаҡ байрам биләмәһенә ингәндә һөт эсәсәк. Быйыл сарала йәрминкә, фермер баҙары, сыр кибете, бал майҙансығы, "Ҡымыҙ ауылы", "Экоауыл" менән бер рәттән ғаилә труппаһы сығыштары менән "Һөт циркы" тамашаһы уҙасаҡ. Бәләкәй балалар һауа тултырылған уйынсыҡтар менән "Быҙау сабыштары"нда ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, теләгән һәр кем махсус акцияла һаулыҡ өсөн зарарлы аҙыҡ-түлекте (фастфуд, тәм-том, газлы эсемлекте) файҙалы һөткә алмаштыра аласаҡ.

Байрамда балалар һәм өлкәндәр өсөн интерактив зоналар, оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт майҙансыҡтары эшләйәсәк. Сараға инеү ирекле, башлана иртәнге сәғәт 10-да. 

Автор:
Читайте нас