Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
23 Августа , 18:20

Ял һәм байрам көндәре графигы раҫланды

Хеҙмәт министрлығы Башҡортостанда 2027 йылға ял һәм байрам көндәре графигын раҫланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ял һәм байрам көндәре графигы раҫландыЯл һәм байрам көндәре графигы раҫланды
Ял һәм байрам көндәре графигы раҫланды

2027 йылда Яңы йыл каникулы ике аҙнаға тиерлек һуҙыла — 31 декабрҙән 10 ғинуарға тиклем. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы рәсәйҙәр өсөн ошондай эш һәм байрам көндәре календарын раҫланы.

20 февралдә, шәмбе көнө, эшкә сығырға тура киләсәк, әммә артынса уҡ өс ял көнө — 21, 22 һәм 23 февраль буласаҡ.

Март айы оҙайлы байрамдарҙы яратҡандар өсөн уңышлы киләсәк. 2027 йылда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө дүшәмбегә тура килә, ә 9 март Ураҙа байрамы менән тап килә. Һөҙөмтәлә ял дүрт көнгә һуҙыласаҡ.

Майҙа ике тапҡыр өсәр көн ял итергә тура киләсәк: тәүҙә 1 майҙан 3 майға тиклем, артабан 8 майҙан 10 майға тиклем. Айырым байрам көнө булып Ҡорбан байрамы — мосолмандарҙың ҡорбан салыу байрамы торасаҡ, ул 2027 йылда 16 майға тура килә. Июндә өс көнлөк ял 12-нән 14-енә тиклем көтөлә.

Башҡортостан Республикаһы көнө, 11 октябрь, дүшәмбегә тура килә. Ноябрь айы рәттән дүрт ял көнө бүләк итәсәк — 4-енән 7-һенә тиклем. Йылды яғымлы бонус тамамлаясаҡ: 31 декабрь ҙә ял көнө тип иғлан ителәсәк.

Фото: ©Allbashkiria, ©Минтруда РФ

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-08-23/yal-m-bayram-k-nd-re-grafigy-ra-landy-4790514

Автор:Баныу Ҡаһарманова

Автор:
Читайте нас