

Бишбүләк районының Йылболаҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән «Йәнлек» позывнойлы БАРС отрядының хәрби хеҙмәткәре, республиканың сәнәғәт объекттарын һаҡлау буйынса ике ай хеҙмәт иткәндән һуң ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайта. Ул бик мөһим инфраструктураның хәүефһеҙлеген тәьмин итә, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы тороуҙа ҡатнаша. Яугирҙың шәхси иҫәбендә бәреп төшөрөлгән дрондар бар. Хәрби бурыстарҙы намыҫлы үтәгәне өсөн частың командованиеһы «Йәнлекте» почет грамотаһы менән бүләкләй. Был турала Бишбүләк районы хакимиәте хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.