

Өйҙә, фатирҙа йәки подъезда газ еҫен һиҙһәгеҙ, тиҙ арала түбәндәгеләрҙе эшләгеҙ:
Тәүҙә газды ябығыҙ һәм тәҙрәләрҙе асығыҙ. Яҡшы итеп елләтергә кәрәк.
Шунда уҡ йорттан сығығыҙ (бер минутҡа ла тотҡарланмағыҙ).
Яҡтылыҡ ҡабыҙмағыҙ, розетка һәм һүндергестәргә теймәгеҙ. Ут тоҡандырмағыҙ һәм лифт менән ҡулланмағыҙ. Бәләкәй генә осҡон да хәүефле.
Газ таралған бүлмәлә телефондан шылтыратмағыҙ - урамға сығығыҙ йәки күршеләргә инегеҙ.
Авария газ хеҙмәтенә: 104 йәки 112 (кәрәҙле телефондан), 04 - стационар телефондан шылтыратығыҙ. Хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Әгәр горелка ҡапыл һүнһә (газ плитаһы, газ ҡаҙаны йәки колонкаһында, мейес эсендә) - кире тоҡандырырға ашыҡмағыҙ. Тәүгә газ килеүен туҡтатығыҙ һәм бүлмәне елләтегеҙ. Еҫ ҡалһа, тартмай икән йәки ҡорамал тоҡанмаһа - шунда уҡ белгестәрҙе саҡыртығыҙ.
Үҙегеҙҙе ҡыйын тойһағыҙ - тиҙ арала саф һауаға сығығыҙ һәм ашығыс ярҙам саҡыртығыҙ.
Урамда газдың осоп сығып тороуын һиҙһәгеҙ, шулай уҡ авария хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Операторға теүәл адрес һәм аңлайышлы ориентирҙы хәбәр итегеҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, уяу булығыҙ.
Ошо материалды әҙерләргә ярҙам иткән "Газпром газ тәғәйенләү Өфө" белгестәренә рәхмәт еткерәбеҙ.