Йәнтөйәк
+17 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
23 Августа , 18:05

Газға бәйле мәғлүмәт

Йортоғоҙҙа газ плитаһы, колонка йәки йылытыу ҡаҙаны булһа – был мәғлүмәт һеҙҙең өсөн.

Газға бәйле мәғлүмәтГазға бәйле мәғлүмәт
Газға бәйле мәғлүмәт

Башҡортостанда фатир һәм шәхси йорттарҙа газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү өсөн түләү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Хәҙер был төр түләү тарифтарын дәүләт раҫлай, ә элек ошо ҡормалдарҙы хеҙмәтләндереүсе ойошма билдәләгән.

Теүәл берҙәм ставкаларҙы республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡуя. Был иҫәп-хисаптарға аныҡлыҡ индерҙе. Берҙәм ҡараш һәм дәүләт контроле хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуына юл ҡуймаҫҡа ярҙам итәсәк.

Әле дәүләт комитеты норматив база, иҫәпләү механизмдарын әҙерләй һәм кәрәкле ғәмәлдәрҙе атҡара. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт – һылтанма буйынса.

Хеҙмәтләндереү ваҡыты үҙгәрәме? Юҡ, график элеккесә ҡала.

Килешеүҙе яңынан төҙөргә кәрәкме? Ғәҙәттә, кәрәкмәй – шарттар автоматик рәүештә яңыртылырға тейеш (әммә хеҙмәтләндереүсе ойошманан белешеүегеҙ хәйерле).

Мөһим. Түләү ҡағиҙәләрен үҙгәртеү техник хеҙмәтләндереүҙең сифаты менән мотлаҡлығында сағылмай. Газ ҡорамалдарын даими тикшереп тороу – тәү сиратта ғаиләгеҙҙең именлеге.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:
Читайте нас