Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
22 Августа , 08:30

Асҡын спортсылары волейбол буйынса халыҡ-ара матч осрашыуҙарында булды

21 августан 24-нә тиклем  Өфөнөң Көрәш һарайында ир-егеттәрҙең волейбол буйынса милли йыйылма командалары араһында халыҡ-ара спорт матчтары серияһы бара. Уйындарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Волейбол федерацияһының генераль секретары Александр Ярёменко старт бирҙе. Матчтар 24 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Уларҙа Рәсәй, Беларусь, Иран һәм Кубанан 88 кеше, шул иҫәптән 56 спортсы ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Асҡын спортсылары волейбол буйынса халыҡ-ара матч осрашыуҙарында булдыАсҡын спортсылары волейбол буйынса халыҡ-ара матч осрашыуҙарында булды
Асҡын спортсылары волейбол буйынса халыҡ-ара матч осрашыуҙарында булды

21 августа Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең волейбол секцияһы тәрбиәләнеүселәре тренер Вильшат Сөләймәнов менән Өфөләге Көрәш Һарайында булды.

Унда Белоруссия - Куба, Иран-Рәсәй йыйылма командалары ҡатнашлығында волейбол буйынса халыҡ-ара матч осрашыуҙары үтте.

Уйындарҙы ойоштороусылар билдәләүенсә, матч осрашыуҙары серияһы Рәсәй ир-егеттәр волейболының халыҡ-ара спорт тормошона ҡайтыуында мөһим этап буласаҡ һәм көйәрмәндәргә милли команданы сит илдең көслө дәғүәселәренә ҡаршы уйында яңынан күреү мөмкинлеген бирәсәк.

Асыу тантанаһынан һуң Рәсәй һәм Иран йыйылма командалары араһында матч булды. Көсөргәнешле көрәш 3:1 иҫәбе менән Рәсәй волейболсылары файҙаһына тамамланды.

Йәш спортсылар юғары класлы уйын, тактик схемалар һәм профессионалдарҙың оҫталығын күҙәтә. Сеттар араһындағы паузаларҙа милли командалар уйынсылары көйәрмәндәр менән аралаша һәм бергәләп фотоға төшә. Сәфәр Асҡын волейболсыларында сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Асҡын спортсылары волейбол буйынса халыҡ-ара матч осрашыуҙарында булды
Асҡын спортсылары волейбол буйынса халыҡ-ара матч осрашыуҙарында булды
Асҡын спортсылары волейбол буйынса халыҡ-ара матч осрашыуҙарында булды
Асҡын спортсылары волейбол буйынса халыҡ-ара матч осрашыуҙарында булды
Асҡын спортсылары волейбол буйынса халыҡ-ара матч осрашыуҙарында булды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас