Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
21 Августа , 11:30

Өс телдә һөйләшергә өйрәнәләр

Иҫке Балтастағы «Белоснежка» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр бәләкәйҙән үк бер нисә телдә аралашыу мөмкинлегенә эйә. 2025 йылдан бында полилингваль төркөм эшләй. Балалар рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнә, дәрестәр барышында туған телгә, милли мәҙәниәткә һәм халыҡ йолаларына ҡыҙыҡһыныу формалаша.

Өс телдә һөйләшергә өйрәнәләрӨс телдә һөйләшергә өйрәнәләр
Өс телдә һөйләшергә өйрәнәләр


Балтас районында эш сәфәре барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев «Белоснежка» балалар баҡсаһында булып, полилингваль төркөм эшмәкәрлеге менән танышты. Ҡунаҡтарға балаларҙың телдәрҙе үҙләштереүе, ижади һәләттәрен үҫтереүе һәм милли мәҙәниәт менән танышыуы тураһында һөйләнеләр.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн тел өйрәнеүҙе ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы итеп ойоштороу айырыуса мөһим. Был осорҙа бала яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе һәм аралашыу күнекмәләрен уйын, йыр, ижади эштәр һәм көндәлек аралашыу аша еңел үҙләштерә. «Белоснежка»ла ла полилингваль белем биреү балалар өсөн ябай дәрес кенә түгел, ә яңы телдәр донъяһына ҡыҙыҡлы сәйәхәт рәүешендә ойошторола.
Был йүнәлештә балалар баҡсаһына күрһәтелгән ярҙам да үҙ һөҙөмтәһен бирә. Яңыраҡ республика Башлығы грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Белоснежка» балалар баҡсаһына «Йәнле һүҙ» тип аталған уҡыу-методик комплект тапшырҙы. 5–7 йәшлек балалар менән дәрестәр үткәреү өсөн әҙерләнгән ҡулланмалар үҙенең сағыу биҙәлеше, ҡыҙыҡлы йөкмәткеһе һәм уйын элементтары менән иғтибарҙы йәлеп итә.
«Йәнле һүҙ» комплекты балаларға башҡорт телен уйын аша үҙләштерергә, яңы һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырырға һәм уларҙы аралашыуҙа ҡулланырға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта уҡыу материалдары аша балалар милли мәҙәниәт, йолалар һәм халыҡ ижады менән дә таныша. Тәрбиәселәр өсөн был ҡулланмалар дәрестәрҙе тағы ла йөкмәткелерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеп ойоштороу мөмкинлеген бирә.
Балалар баҡсаһы мөдире Сулпан Сабирова ҡунаҡтарҙы уҡыу-методик комплект менән таныштырҙы. Ул уның балалар менән эшләүҙәге мөмкинлектәрен билдәләп, күрһәтелгән ярҙам өсөн Эльвира Ринат ҡыҙына рәхмәт белдерҙе. Бындай проекттарҙың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне.
Ҡунаҡтар алдында балаларҙың ижади һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлеге лә булды. «Һомай» район конкурсында еңеү яулаған Регина Ғимранова менән «Урал батыр» эпосын башҡарыусылар конкурсының төбәк этабында өсөнсө урынға лайыҡ булған Аслан Мусин сығыш яһап, барыһын да һоҡландырҙы. Балаларҙың сығыштары «Белоснежка»ла милли мәҙәниәткә һәм халыҡ ижадына ҙур иғтибар бирелеүен тағы бер тапҡыр дәлилләне.
Эльвира Айытҡолова менән Илгиз Субушев балалар баҡсаһының башҡа йүнәлештәге эшмәкәрлеге менән дә танышты. Сулпан Сабирова тәрбиә һәм белем биреүҙең төп йүнәлештәре, балалар өсөн булдырылған шарттар һәм тәрбиәләнеүселәрҙең һәләттәрен асыуға йүнәлтелгән эштәр тураһында һөйләне. Бында балаларҙың тел өйрәнеүенә генә түгел, ә уларҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә, үҙ-ара аралашыу күнекмәләрен камиллаштырыуға һәм милли ҡиммәттәрҙе үҙләштереүенә лә ҙур әһәмиәт бирелә.
Бөгөн күп телле белем биреү заман талабы ғына түгел, ә баланың киләсәктәге үҫеше өсөн мөһим нигеҙ ҙә. Телдәрҙе бәләкәйҙән өйрәнеү яңы белемдәрҙе үҙләштереүгә мөмкинлектәрҙе киңәйтә, ә туған тел һәм милли мәҙәниәт менән бергә алып барылған эш баланың үҙ тамырҙарын белеп үҫеүенә булышлыҡ итә. Иҫке Балтастағы «Белоснежка» балалар баҡсаһында был ике йүнәлеш бер-береһен тулыландыра: тәрбиәләнеүселәр яңы телдәр донъяһын өйрәнә һәм шул уҡ ваҡытта үҙ халҡының рухи мираҫына яҡынлаша.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас